Аҡса ла юҡ, фатир ҙа...04.04.2014
Аҡса ла юҡ, фатир ҙа...
Ҡалала тағы ла шау-шыу. Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, “Башстрой” төҙөлөш фирмаһы 300-гә яҡын кешене алдаған. Берәүҙәрҙең йортон һалып бөтмәгәндәр, икенселәргә хужалы фатирҙарҙы һатҡандар. Компания директоры 300 миллион һумдан ашыу аҡсаны үҙләштергән. Алданған өлөшсөләр плакаттар тотоп урамға сыҡты.

Был ығы-зығы 2012 йылдан бирле дауам итә. Фирма директоры хоҡуҡ һаҡсыларының күҙәтеүенә алынғас та яман ғәҙәтен ташламаған. Һуңғы килешеүҙе ул быйыл ғинуарҙа төҙөгән.
Зыян күргән Имаковтар ғаиләһе бер бүлмәле фатирҙа көн күрергә мәжбүр. Яңы йорттан торлаҡ алыу өсөн өс бүлмәлеһен һатҡан булғандар. Биш йылға кредит алынған, айлыҡ түләү 40 мең һум самаһы тәшкил итә. Асыҡланыуынса, директор Имаковтарға тигән яңы фатирҙы икенсегә һатҡан. Ҡайһы берәүҙәр аҡсаһын бөтөнләй “һыуға һалған”.
Артем урамындағы майҙансыҡта, фирма етәксеһенең вәғәҙәһенә ҡарағанда, ике йыл элек үк туғыҙ ҡатлы йорт ҡалҡып сығырға тейеш булған. Йөҙҙән ашыу кеше уға ышанып, килешеү төҙөгән, һуңғы аҡсаһын түләгән. Әле был урында ниндәй ҙә булһа торлаҡ төҙөү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Участканы туҡталҡа итеп ҡуртымға алғандар.
Ҡала хакимиәтенә лә был ваҡиға яҡшы таныш. Әммә “Башстрой” өсөн йортто улар һалып бирә алмай. Урындағы ҡаҙнала быға аҡса ҡаралмаған. Алданған өлөшсөләрҙе республика реестрына ла индереп булмай, сөнки төҙөүсе улар менән яҡынса килешеү генә төҙөгән. Әле етәкселек конкурс идарасыһын тәғәйенләгән, һалынып бөтмәгән йорт биләмәһен төҙөкләндереүҙә, инженерлыҡ селтәрҙәре үткәреүҙә ярҙам итергә ниәтләйҙәр.


Вернуться назад