Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко яҡташыбыҙ Рудик Исҡужинды юғары палатаның Үҙәк һайлау комиссияһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләне.
Рудик Исҡужин был вазифаға Валентина Матвиенконың 2011 йылдың 30 декабрендәге бойороғона ярашлы тәғәйенләнгән. Федерация Советында яҡташыбыҙ Башҡортостандың закондар сығарыу органынан вәкил булып эшләй, Оборона һәм именлек комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй.
1995 йылдан алып Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы составына 15 ағза инһә, уларҙың бишәүһен Федерация Советы тәғәйенләй.