Хөкүмәт делегацияһы Ҡырымға юлланды04.04.2014
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов етәкселегендәге делегация Ҡырым Республикаһына юлланды. Уның составына министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, эшҡыуарҙар ингән.

Ике көнлөк сәфәр барышында Ҡырымдың Министрҙар Советында осрашыуҙар үткәреү күҙҙә тотола. Унда Рәсәйҙең ике республикаһы араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республикабыҙҙа Ҡырым халҡына гуманитар ярҙам өсөн аҡса йыйыу ойошторолғайны. 2 апрелгә предприятиелар һәм айырым кешеләр ошо иҫәпкә 13,8 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Эш әле лә дауам итә. 24 мартта Башҡортостандан Ҡырымға 75 тонна йөк тейәлгән автокарауан оҙатылғайны. 2,5 мең саҡрымлыҡ юл үтеп, йөк тәғәйен урынға еткерелде.


Вернуться назад