Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Камила Дәүләтованы республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Камила Йәүҙәт ҡыҙы Дәүләтова — сәйәсәт фәндәре кандидаты. Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө район комитеты секретары, баш ҡала хакимиәтенең Йәштәр эштәре идаралығы етәксеһе, Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре идаралығы начальнигы, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләне. 2003 йылдан 2007 йылға тиклем — дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. 2008 йылдан алып Башҡортостандың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы булды.