Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Хөкүмәттең былтырғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһындағы отчетына аңлатма бирҙе.
— Президенттың сығышы аныҡ, йыйнаҡ, логик яҡтан нигеҙле булды. Унда башҡарма власть тарафынан башҡарылған ғәйәт ҙур эш күләме лә, республикалағы бөтә дәүләт власы органдары системаһының, урындағы үҙидараның, эшҡыуарлыҡтың, граждандар йәмғиәте институттарының киләсәккә бурыстары ла сағылыш тапты, — тине ул.
Рөстәм Хәмитов үҙ сығышын республиканың иҡтисади үҫешен сағылдырған һандарҙан түгел, ә тыуымдың артыуы, кешеләрҙең ғүмер оҙайлылығы, төбәккә килгән һәм унан киткән мигранттар һаны кеүек демографик күрһәткестәрҙән башланы, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.
Константин Толкачевтың фекеренсә, отчет тәнҡит күҙлегенән төҙөлгән, унда көнүҙәк мәсьәләләр, үҫештәге ҡыйынлыҡтар күрһәтелгән.
— Президент депутаттарҙың иғтибарын проблемаларға, тормошҡа ашырылырға тейешле бурыстарға йүнәлтте. Рөстәм Зәки улы депутаттарҙың һәм саҡырылған кешеләрҙең һорауҙарына ентекле һәм төплө яуап бирҙе, — тине парламент етәксеһе.