Тирә-яҡ мөхит, етемдәр…28.03.2014
Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттарындағы дәүләт закондар сығарыу власы ассоциацияһының сираттағы ултырышы Өфөлә булды. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов асып, ҡунаҡтарҙы республикабыҙҙың ҡаҙаныштары, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән таныштырҙы.

Ултырыштың көн тәртибенә ике мәсьәлә ҡуйылды. Төбәктәрҙән йыйылған вәкилдәр тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғәтте һөҙөмтәле файҙаланыу, етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн аныҡ закондар ҡабул итеү мәсьәләләрен ҡараны, үҙ фекерҙәрен әйтте.
Ысынлап та, бөгөн экологияға бәйле хәл киҫкен. Сәнәғәт үҫешкән һайын, атмосфера нығыраҡ бысрана. Былтыр илебеҙҙә Экология йылы уңайынан күп нәмә эшләнһә лә, кәмселектәр бөтәһе түгел. 2013 йылда Волга буйы федераль округында 185 миллион тонна ҡалдыҡ йыйылған, 32 ҡала атмосфераның бысраныуы йәһәтенән ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Тәбиғәтте, урманды һаҡларға инспекторҙар етешмәй, инвесторҙар килешеүҙәге бурысын үтәргә ашыҡмай... Ултырышта сығыш яһаусылар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәр әйтте.
Бөгөн илдә етемдәрҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағынан да күберәк булыуы аптырата. Ата-әсәһе иҫән килеш тә ҡараусыһыҙ ҡалғандар бихисап. Әлбиттә, етемдәргә ярҙам буйынса республикала бай тәжрибә тупланған. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һөйләне.


Вернуться назад