Республикабыҙ парламентының сираттағы пленар ултырышы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығышы менән башланып китте – Конституциябыҙҙың 87-се статьяһына ярашлы, ул депутаттар алдында Хөкүмәттең 2013 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет бирҙе.
— Хөкүмәт эшендәге төп йүнәлештәр – халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, һаулыҡ һаҡлауҙың, мәғарифтың һәм мәҙәниәттең тейешенсә булыуын тәьмин итеү, торлаҡтың ҡиммәтләнмәүен күҙәтеү, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, демография күрһәткестәрен яҡшыртыу, — тине Рөстәм Зәки улы. Ике сәғәткә яҡын ваҡыт эсендә ул республика тормошоноң мөһим тармаҡтарының барыһына ла ентекле анализ яһаны, телмәре тамамланғас та депутаттарҙың һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙың күп һорауҙарына яуап бирҙе. Түбәндә уның сығышында яңғыраған ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе бирәбеҙ.
* Илдең бик аҙ төбәктәрендә генә тыуым кимәле үлем күрһәткесенән юғары, һәм шуларҙың береһе – Башҡортостан. Былтыр беҙҙә 59 400 бала тыуҙы, тәбиғи үҫеш алты мең кеше тәшкил итте.
* Маҡсатлы программаға ярашлы, 2008 йылдан алып республикала 26 мең урынлыҡ балалар баҡсалары төҙөлөргә тейеш булһа, ғәмәлдә 45 мең урын булдырылды, күпселеге һуңғы өс йылда һалынды. Быйыл тағы ла 11 мең урын барлыҡҡа киләсәк.
* Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 2012 йыл менән сағыштырғанда 38 процентҡа артты һәм 45 миллиард һумдан ашып китте. Ошо тармаҡты үҫтереүгә федераль бюджеттан 16,6 миллиард һум аҡса бүленде.
* “Ауыл табибы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла: уға ярашлы, 2012 йылдан алып ауыл дауаханаларына 885 йәш белгес эшкә барҙы.
* Һуңғы өс йылда дөйөм белем биреү тармағына федераль һәм республика бюджеттарынан 5 миллиард һум аҡса бүленде, шуға ла капиталь ремонт талап итеүсе йәки авария хәлендәге мәктәптәр һаны ике тапҡырға кәмене.
* Ауыл райондарына былтыр 364 автобус бүленеү һөҙөмтәһендә көн һайын мәктәпкә транспортта йөрөүсе балалар һаны 30 меңгә етте, был – бөтә мәктәп уҡыусыларының 8 проценты тигән һүҙ.
* Етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу кимәле беҙҙә ил һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда юғарыраҡ – 90 процент тәшкил итә. Ғаиләһеҙ етемдәр һаны кәмеү сәбәпле, алты балалар йорто ябылды.
* Уҙған йыл республикала миграция үҫеше 2,8 мең кеше тәшкил итте, ә 2012 йылда, киреһенсә, ситкә китеүселәр 10 меңгә күберәк ине.
* Былтыр етештереү һәм көнкүреш ҡалдыҡтары 45,5 миллион тоннаға етте, йәғни һәр кешегә 10 тонна тура килде! Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына ҡаршы власть, йәмәғәтселек һәм эшҡыуарҙарҙың күмәкләп көрәшә башлауы – ҙур ҡаҙаныш. Хәҙер ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән 124 предприятие һәм эшҡыуар шөғөлләнә.
* Физкультура-һауыҡтырыу комплекстары арта – былтыр ғына ла тағы етәү эшләй башланы. Уларҙы төҙөү бюджеттан да, хәйриә фондтары ярҙамында ла финансланды. Һуңғылары иҫәбендә – “Башнефть” йәмғиәте, “Урал” фонды, Урал тау-металлургия компанияһы. Спорт ҡоролмалары һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 76 объектҡа күбәйҙе.
* Һуңғы өс йылда төп капиталға инвестиция йәлеп итеү күрһәткесе буйынса республикабыҙ Рәсәйҙә 16-сы урындан 10-сыға күтәрелде.
* 2011 йылдан алып ауыл биләмәләренә төҙөкләндереү эше өсөн 100-әр мең һум аҡса бүленеп килә. Уҙған йыл халҡы алты меңдән ашҡан биләмәгә был ярҙам 150 мең һумға еткерелде.
— Хөрмәтле район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары! – тине Рөстәм Хәмитов сығышының аҙағында. – Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙең күбеһен урында ла хәл итергә мөмкин. Һеҙ был турала беләһегеҙ. Беҙҙең мөмкинлектәр, бәлки, сиклелер ҙә, ләкин ҡайһы саҡ теләк тә етмәй. Кешеләргә ярҙам итеүҙең төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк. Бәғзе ваҡыт хәлде төҙәтеү өсөн матди ресурс түгел, ә ябай иғтибар, эште тейешенсә ойоштороу ҙа етә.
Ултырыштың икенсе өлөшөндә депутаттар Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмовтың былтыр беҙҙә хоҡуҡ һәм азатлыҡтың нисек күҙәтелеүе тураһындағы докладын, Белорет районының Тимер юл ауылындағы парламент тикшереүе һөҙөмтәһен тыңланы һәм закон проекттарын тикшерҙе.