Выждан азатлығы өсөн бөтә шарттар бар25.03.2014
Выждан азатлығы өсөн бөтә шарттар бар
Республикабыҙ парламентының күптән түгел уҙғарылған "Хөкүмәт сәғәте"ндә депутаттар Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав ПЯТКОВтың сығышын тыңланы. Дәүләттең дингә мөнәсәбәте бөгөн нисек? Дин тотоусылар үҙҙәрен ирекле дәүләттә йәшәүсе итеп тоямы, бының өсөн ниндәй шарттар булдырылған? Сығыш ошо һорауҙарға яуап бирә.

– Беҙ барыбыҙ ҙа уңайлы социаль-сәйәси шарттар тыуҙырылған, милли-дини нигеҙҙә бәхәстәр булмаған граждандар йәмғиәте төҙөү яҡлы, – тине Вячеслав Петрович. – Конфессия-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт мөһим көнүҙәк мәсьәлә булып ҡалды. Илдең иҡтисади, шулай уҡ социаль-сәйәси кәйефе күп йәһәттән уға бәйле.
Башҡортостанда выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһындағы ҡануниәтте йәки Дәүләт-конфессия сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре менән махсус орган — республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет – шөғөлләнә. Ул Башҡортостан Президенты Хакимиәте структураһында 2010 йылда ойошторолдо. Советтың бурыстары — дини ойошмалар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидараның эшмәкәрлеген көйләү, Башҡортостан Президентына республикалағы дин-ара хәл тураһында мәғлүмәт биреү, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи һәм сәйәси тәрбиәләүҙә дини үҙәктәргә ярҙамлашыу, дәүләт-конфессия сәйәсәте өлкәһендәге бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеү, республикала дини экстремизмға һәм радикаль идеологияның таралыуына кәртә ҡуйыу.
Әле Башҡортостанда дини 12 үҙәк, 1 708 берекмә эшләй. Төп конфессиялар – православие менән ислам, дини ойошмаларҙың дөйөм һанында 87 проценттан ашыуҙы уларҙың берекмәләре тәшкил итә. Теркәлгәндәрҙең 12 проценты — протестант берләшмәләре. Мосолман өммәһе ике үҙәктә туплана: юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин етәкселек иткән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин етәкләгән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты. Һуңғыһы Рауил Ғәйнетдин етәкселегендәге Рәсәй мөфтөйҙәр советына ҡарай. Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин шулай уҡ ошо советтың рәйестәше лә. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына 630 мосолман йәмғиәте инә.
Мосолман өммәһе эсендәге мөнәсәбәттәр, ике дини үҙәк булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы, татыу. Урындарҙағы имам-хатиптар бындай бүленеште шартлы тип ҡарай, бөтөн сараларҙы бергә башҡара. Урыҫ Православие сиркәүенең Мәскәү патриархатындағы Башҡортостан митрополияһы Өфө, Нефтекама һәм Салауат епархияларынан тора. Улар 2011 йыл аҙағында Өфө епархияһын үҙгәртеп ойоштороу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Митрополияға 324 приход инә. Башлығы — Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон. Ул шулай уҡ Өфө менән Стәрлетамаҡты үҙ эсенә алған Өфө епархияһын да етәкләй.
Нефтекама епархияһы Башҡортостандың төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш, көнбайыш төбәктәрендәге 26 районда эшләй. Уға Нефтекама һәм Бөрө епискобы Амвросий етәкселек итә.
Салауат епархияһы көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыштағы 20 районды берләштерә. Башлығы — Салауат һәм Күмертау епискобы Николай. Бынан тыш, Башҡортостан биләмәһендә Өфө йәһүд дини общинаһы — "Ор Авнер Хабад Любавич" булдырылған. Ике буддистар общинаһы теркәлгән, протестант ойошмалары ла бар. Ундайҙарға иҫке обрядсылар, Евангелие христиан баптистары, лютерандар, мормондар һәм башҡалар инә. "Кришна йәмғиәте", "Саентология", мәжүсилек вәкилдәре бар. Бәләкәй общиналарҙы иҫәпкә алмағанда, 22 дини йүнәлеш күҙәтелә.
Башҡортостанда ғибәҙәтханалар һанының йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Әле республикала 1 060 мәсет, 263 православие ҡорамы, башҡа конфессияларҙың 38 ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Шуларҙың 114-е – тарихи, мәҙәни һәм архитектура ҡомартҡыһы. Былтыр республикала яңы 46 мәсет һәм өс православие ҡорамы асылды. Һуңғы тиҫтә йылда ошондай тенденция һаҡлана.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2013 йылдың 13 февралендәге күрһәтмәһендә дини экстремизмға ҡаршы эш итеү маҡсатында яңы дини ойошмаларҙы теркәү, ғибәҙәтханалар төҙөүгә рөхсәт биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә тәү сиратта йәмәғәтселек фекерен, ғибәҙәтханаларға халыҡтың йөрөү күрһәткесен, уларҙың кадрҙар тәьминәтен иҫәпкә алыу зарурлығы айырым билдәләнә.
Төбәгебеҙҙә әле 139 мәсет һәм 34 православие ҡорамы төҙөлә. Башҡортостандағы дини берекмәләр белем биреү системаһын да әүҙем үҫтерә. Әле беҙҙә биш мосолман уҡыу йорто эшләй, шуларҙың иң танылғаны — Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге Рәсәй ислам университеты. Ул — "Ғәлиә" мәҙрәсәһенең хоҡуҡи вариҫы, илдәге биш ислам мәғарифы учреждениеһының береһе. Шулай уҡ Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге, Стәрлетамаҡта "Нур әл-Иман", Октябрьскийҙа "Нур әл-Ислам" мәҙрәсәләре бар.
Өфө епархияһында ситтән тороп уҡыу бүлеге ойошторолған. Йәһүдтәрҙең дини общинаһы ағзаларының балаларына тәрбиә биреүҙе даими күҙәтә, "Ор Авнер" мәктәбендә уҡыта. Уны тамамлаусылар Мәскәүҙәге Рәсәй йәһүд общиналары федерацияһы ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттарына инә. Һәр сиркәү, мәсет эргәһендә йәкшәмбе мәктәптәре, махсус уҡыу төркөмдәре ойошторолған. Теләге булған һәр кеше уларҙа дин нигеҙҙәрен, ғәрәп телен өйрәнә ала.
Дини үҙәктәр, дини берекмәләр үҙҙәренең гәзит-журналдарын, балалар өсөн дини әҙәбиәт нәшер итә. Республикала уларҙың 18 баҫмаһы бар.
Дәүләт власы органдары диндарҙарға ғибәҙәтханаларҙы төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтә. Һалым ташламалары биреү ҙә ҡаралған. Раштыуа, Пасха, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре республика кимәлендә оло байрам һәм ял көндәре тип иғлан ителгән.
Республикабыҙҙа выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһындағы ҡануниәтте, шулай уҡ дини инаныуҙарҙы һайлау, алмаштырыу, таратыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
2011 йылда Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет башланғысы менән һәр район хакимиәте ҡарамағында комиссиялар ойошторолдо. Башлыҡ урынбаҫары кимәлендәге вазифалы кеше етәкселек иткән бындай комиссияларға, конфессия вәкилдәре менән бер рәттән, дәүләт власы, көс ведомстволары, киң мәғлүмәт саралары, ғилми даирәләр, предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре индерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшмәкәрлеге ғәмәлдәге ҡануниәт менән тыйылған сит ил дини ойошмаларының төбәгебеҙ менән ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй. Йәштәр мөхитендә экстремизмдың таралыуына кәртә ҡуйыу маҡсатында Башҡортостанда терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү буйынса айырым маҡсатлы республика программаһы тормошҡа ашырыла.
Төбәктәге дәүләт-конфессия сәйәсәте өлкәһендә байтаҡ проект бар. Мәҫәлән, Президент ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет етәкселегендә традицион ислам нигеҙҙәрен, дини экстремизмдың һәм радикаль идеологияларҙың таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләрен аңлатҡан лекторҙар төркөмөнөң эшен ойоштороу проекты ғәмәлгә ашырыла. Бындай төркөмдәргә мосолман руханиҙары, ғилми даирәләр, дәүләт власы органдары вәкилдәре инә. Йыл һайын уларҙың эш планы совет менән яраштырыла, раҫлана. Былтыр октябрҙә лекторҙар составына Урыҫ православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы белгестәрен индерергә ҡарар ителде.
Икенсе йыл рәттән дин тотҡан мосолман йәштәре менән эш алып барыу проекты тормошҡа ашырыла. 2012 йылдың 19 апрелендә уҙғарылған "Ислам. Йәштәр. Киләсәк" республика форумында Рәсәйҙә ислам диненең абруйын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән мосолман өммәһе вәкилдәренең ижади, фәнни, интеллектуаль ҡеүәтен туплау мәсьәләләре тәүге тапҡыр юғары кимәлдә тикшерелде. Сара һөҙөмтәһендә "Ислам экстремизмға ҡаршы!" республика акцияһын үткәрергә ҡарар ителде. Уға ярашлы 2012—2013 йылдарҙа республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында бик күп мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды.
Былтыр майҙа Күгәрсен районындағы "Башҡорт ауылы" туристик базаһында "Ислам. Йәштәр. Киләсәк" республика форумы икенсегә ойошторолдо. Бында мосолман йәштәре йыйыны ла үткәрелде. Слет программаһында "Мосолман йәштәре Интернет киңлегендә", "Йәш мосолмандар араһында радикаль идеологияларҙың таралыуы проблемаһы" тигән темаларға уҡыуҙар, социаль хеҙмәт, исламда хоҡуҡ мәктәптәре буйынса семинарҙар ойоштороу ҡаралғайны. Йәштәр төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашты. Әле мосолман һәм православие йәштәре ҡатнашлығында слет үткәреү буйынса эш бара.
2010—2012 йылдарҙа власть органдары ярҙамында дини үҙәктәр мосолман руханиҙарына аттестация ойошторҙо. Сара барышында сит илдә дини белем алған кешеләргә айырым иғтибар бирелде. Ғибәҙәтханаларға инвентаризация үткәрелде, улар урынлашҡан ерҙәрҙең хоҡуҡи статусы билдәләнде.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.


Вернуться назад