Саакашвили хөкөм ителерме?25.03.2014
Ҡырымда референдум булып уҙғандан һуң Рәсәй Федерацияһында тағы ике субъект барлыҡҡа килде. Әле Ҡырым Республикаһы менән Севастополь ҡалаһы закондарын Рәсәйҙекенә яраҡлаштырыу бара. Ҡырым хәрбиҙәренең күбеһе Рәсәй армияһына хеҙмәт итергә күсте.

Ил Президенты Владимир Путин Ҡырым халҡына ныҡлы ярҙам итергә кәрәклеген белдергәйне. Һуңғы хәл-ваҡиғалар менән бәйле АҠШ һәм Европа союзы илдәре Рәсәйгә ҡарата санкциялар ҡуллана, беҙҙең бер нисә чиновникты үҙ биләмәһенә индереүҙе тыя. Рәсәй ҙә яуапһыҙ ҡалмай. Шулай итеп, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы сит илдәрҙә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Яңылыҡты Грузияла ла бик һағайып ҡабул иттеләр. Билдәле булыуынса, былтыр унда президент итеп Рәсәйгә ҡарата ыңғай ҡарашта булған Георгий Маргвелашвили һайланғайны. Тәүге көндәрҙән үк биргән вәғәҙәһенә ярашлы ул Рәсәй — Грузия мөнәсәбәттәрен бер ни тиклем яйға һалды кеүек. Грузин шарабы һәм “Боржоми” минераль һыуы беҙҙең магазин кәштәләрендә күренә башланы бит. Грузияның туристар өсөн үҙ сиктәрен асыуы ла ике ил араһын бер ни тиклем яҡынайтты. Хәҙер уларға визаһыҙ ҙа барып ҡайта алабыҙ. Башҡа йүнәлештә лә хәлдәр көйләнә барғанға оҡшай.
Тик ниңәлер Грузияла Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын өнәмәүселәр күп, һәм был ваҡиға ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йәнә киҫкенләштереп ебәрмәгәйе. Грузия оппозицияһының Киевтағы Майҙанға барып “Рәсәй менән көрәшергә” өйрәтеп йөрөүе лә рәсми Мәскәүҙең зитына теймәй ҡалманы. Грузияның элекке президенты Михаил Саакашвили ҙа Майҙан уртаһында булды.
Әйткәндәй, Саакашвилиға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатмаҡсылар. Грузия прокуратураһы уны әлегә шаһит сифатында яуап алыуға саҡырған. 27 мартҡаса килмәһә, халыҡ-ара эҙәрлекләү иғлан итмәкселәр. Билдәле булыуынса, М. Саакашвили АҠШ-та йәшәп ята, бер юғары уҡыу йортонда студенттарға лекция уҡый. Уның бер нисә енәйәттә ҡатнашҡан булыуы ихтимал. Мәҫәлән, элекке премьер-министр Зураб Жванияны үлтереүҙә. М. Саакашвили Президент вазифаһын шәхси мәнфәғәтендә йыш файҙаланған тип тә шикләнәләр. Әгәр ҙә ғәйептәре иҫбатлана ҡалһа, уға туғыҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Шуға ла экс-президент Грузияға ҡайтмаҫтыр.
Георгий Маргвелашвили Владимир Путин менән осрашырға тейеш, әммә Грузия яғы был сараны һаман һуҙа килә. Күрәһең, Маргвелашвили Рәсәй етәксеһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә әлегә әҙер түгел, тип һығымта яһарға була.


Вернуться назад