Рөстәм Хәмитов: “Автономия илде тарҡалыуҙан һаҡланы”25.03.2014
Рөстәм Хәмитов: “Автономия илде тарҡалыуҙан һаҡланы”
23 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БЮТ телеканалына интервью бирҙе. Уның стенограммаһын гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

— Рөстәм Зәки улы, хәйерле көн. Владимир Путин БАССР-ға нигеҙ һалыныуға 95 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһы халҡына ҡотлау телеграммаһы ебәргән. Ә Һеҙ республика һәм тотош ил өсөн ошо ваҡиғаның тарихи әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?
— Республикабыҙға нигеҙ һалыныу — Рәсәй Федерацияһы һәм иң элек республикабыҙ биләмәһендә йәшәгән кешеләр өсөн ысын мәғәнәһендә бик мөһим ваҡиға. Ил Президентының беҙҙе ошо әһәмиәтле көн менән тәбрикләүе — ҡыуаныслы хәл. Был бөгөнгө осорҙоң мөһимлеген билдәләй. Башҡортостан Республикаһының аяҡҡа баҫыуы ҡатмарлы шарттарҙа барған. Ярайһы уҡ ауыр тарихи процесс. ХVI — ХVII быуаттарҙа Өфө воеводствоһы ойошторолған, ул Өфө өйәҙе итеп үҙгәртелгән, артабан Өфө губернаһы барлыҡҡа килгән. Һәм, ниһайәт, 1919 йылдың 17 мартында бер яҡтан — Сталин, Башҡортостан яғынан Ҡулаев, Халиҡов һәм Бикбауов ҡатнашлығында шул осорҙағы Башҡорт Хөкүмәте менән Үҙәк Совет власы араһында Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы һәм Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының ойошторолоуы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Шуны әйтә алам: бер генә республика Рәсәйҙең үҙәк власы менән килешеүгә ҡул ҡуйған һәм Башҡортостан ғына үҙ-ара ризалыҡ нигеҙендә төҙөлгән. Башҡа республикалар Совет власы декреттарына ярашлы ойошторолған. Шуға күрә әлеге ваҡиға ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Был хәл илебеҙҙәге бүтән халыҡтар өсөн — автономиялар һәм республикалар төҙөү өлгөһө. 95 йыл элек булған ваҡиғаларҙың тарихи әһәмиәте бик ҙур, улар бөгөнгөбөҙҙә сағылыш таба. Күптән түгел, 2014 йылдың 18 мартында, килешеү нигеҙендә Ҡырым Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составына ҡабул ителде. Был да ниндәйҙер кимәлдә илебеҙ биләмәһендә 100 йыл элек барған ваҡиғаларҙың дауамы булып тора.
— Рөстәм Зәки улы, бөгөн беҙ шул ваҡиғаларҙың емешен татыйбыҙ тип әйтергә мөмкинме?
— Әлбиттә. Шул Килешеүҙең, шул ваҡиғаларҙың әһәмиәте түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала. Беренсенән, Башҡортостан Республикаһын төҙөү иң элек башҡорт халҡы өсөн мөһим була. ХХ быуат башында башҡорттарҙың хәле ауырайғандан-ауырая, халыҡ һаны кәмеүгә табан бара. Башҡорттар белем алыу, үҙ телен, мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлектәрен тулыһынса файҙалана алмай. Автономия төҙөү һөҙөмтәһендә башҡорт халҡы Рәсәй ысынбарлығына ҡушыла, федераль ҡоролошто нығыта, илебеҙҙе үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙыра, сөнки халҡыбыҙ талантлы, яңы ҡиммәттәр тупларға, биләмәне үҫтереүгә этәргес бирергә һәләтле. Автономияның ыңғай йоғонтоһо һәм ыңғай әһәмиәте бик ҙур, иң элек — башҡорт халҡы өсөн.
Әйтергә кәрәк: урыҫ халҡы республика төҙөүҙе аңлап ҡабул иткән. Тәүге башҡорт Хөкүмәтендә урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар урын алған, йәғни ул интернациональ булған. 1917 йылда Рәсәй Федерацияһы составында автономиялы, милли республикалар ойошторолорға тейешлеге хаҡында принциптар ғәмәлгә инә, әммә Ваҡытлы Хөкүмәт был идеяны инҡар итә, ә Владимир Ильич Ленин иң элек һәм уның ярҙамсылары был фекерҙе хуплап сыға. Хуплап ҡына ла ҡалмай, үҫтерә. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең иҡтисади йәһәттән ҡеүәтле һәм алға киткән төбәге — Башҡортостан Республикаһы — тыуа. Был — беренсе. Икенсенән, Башҡортостан Республикаһы үҙенең биләмәһендә йәшәгән бөтә этностарҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдыра, республикалағы бөтә халыҡтарҙың мәнфәғәтен яҡлай. Тимәк, ваҡиғаның тарихи әһәмиәте бик ҙур.
— Владимир Путин: “Уҙған йылдарҙа республика Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, иҡтисади ҡеүәтте арттырыуға тос өлөш индерҙе”, — тигәйне. Ә Һеҙ ниндәй төп ҡаҙаныштарҙы айырып билдәләр инегеҙ?
— Рәсәй дәүләтселеген үҫтереүгә Башҡортостан Республикаһы индергән өлөш, ысынлап та, бик ҙур. Дәүләтебеҙ күп милләтле. Беҙ Рәсәй составында йәшәйбеҙ. Бер ҡасан да унан айырылырға ынтылманыҡ һәм ынтылмайбыҙ. Был мөмкин түгел. Беҙ — рәсәйҙәр. Тап ошо идеология менән йәшәйбеҙ. Шулай ҙа Рәсәй составында автономия ойоштороу илде ҡаҡшатманы, ә, киреһенсә, нығытты. Илде унитарлаштырыуға, Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙан баш тартыуға саҡырған эшмәкәрҙәр менән ҡәтғи килешмәйем. Бындай фекер бик хәүефле һәм төҙәтеп булмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Бынан тыш, республикалар бер биләмәлә төрлө милләт вәкилдәренең татыу йәшәүе өлгөһөн сағылдыра. Өҫтәүенә ул биләмәләрҙә төп этностарҙың дәүләт телдәре үҫтерелә. Был да мәҙәниәттәрҙең аһәңлелегенә, толерантлыҡҡа, татыулыҡҡа булышлыҡ итә. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ республикаларҙағы тормош принциптарын тәшкил итә. Минеңсә, ҡасандыр Рәсәй Федерацияһында халыҡтарҙың бик дөрөҫ йәшәү алымы табылған. Новости Уфы.
— Рөстәм Зәки улы, бай тарихлы күп милләтле халыҡҡа ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Иң элек именлек, үҫеш теләр инем. Беҙгә бәхәсһеҙ, тетрәнеүҙәрһеҙ тыныс тормош кәрәк. Йәмғиәттең татыулығы мөһим. Сәнәғәтебеҙҙе, иҡтисадыбыҙҙы бөгөнгөгә ҡарағанда ла нығыраҡ үҫтереү өсөн ваҡыт талап ителә. Илебеҙ халҡы, республика биләмәһендә йәшәгән халыҡ ирекле, үҫеш өсөн мөмкинлектәргә эйә булһын, тип теләйем, телен, мәҙәниәтен онотмаһындар, бер-береһенә ярҙам итһендәр, бер-береһен тулыландырып йәшәһендәр ине. Дәүләтебеҙҙең көсө, үҫеш мөмкинлеге тап ошоға ҡорола.


Вернуться назад