Рәсәй дәүләтселегенә тос өлөш индерҙе25.03.2014
Рәсәй дәүләтселегенә тос өлөш индерҙе
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторолоуҙың 95 йыллығы айҡанлы республика халҡына ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Дәүләт башлығының тәбрикләүендә былай тиелә:

“Уҙған йылдарҙа республика Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, илдең иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға, Ватан фәнен, мәғарифын аяҡҡа баҫтырыуға, тыуған илебеҙҙәге күп милләтле халыҡтың баһалап бөткөһөҙ мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерҙе. Бай тарихығыҙ, яҡташтарығыҙҙың хеҙмәт һәм хәрби ҡаҙаныштары, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ, тыуған ергә һаҡсыл мөнәсәбәт традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк бөгөн дә һөҙөмтәле эшләй, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, архитектурала һәм торлаҡ төҙөлөшөндә кәрәкле проекттарҙы тормошҡа ашыра, мөһим социаль программаларҙы уңышлы үҫтерә. Быларҙың барыһы ла Башҡортостандың артабанғы үҫешенә, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә, тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итер, тип ышанам. Һеҙгә ысын күңелдән именлек, бәхет теләйем. Пландарығыҙға һәм башланғыстарығыҙға уңыштар юлдаш булһын”.


Вернуться назад