Сәләмәт булһаң, донъя яҡты!22.03.2014
Һәр кемдең сәләмәт тормошҡа хоҡуғы илдең Төп Законы – Рәсәй Конституцияһы, «Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың сәләмәтлек нигеҙҙәре тураһында»ғы федераль һәм башҡа закондар тарафынан һаҡлана. Былтыр тәмәке тартыуға, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы тыйыуҙарҙы үтәмәгән өсөн штрафтар тураһындағы яңы ҡануниәт ғәмәлгә инде. Бынан тыш, күптән республикала бәлиғ булмағандарҙың сәләмәт тормошон хәстәрләү маҡсатында «комендант сәғәте» лә булдырылды. Был закондар нисек үтәлә?


Сәләмәт булһаң, донъя яҡты!Тәмәке төтөнө солғауынан арынайыҡ

Хәҙер белем биреү, мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, эш урындарында, торлаҡ йорт подъездарында, тимер юл, автобус вокзалдарында, порттарҙа һәм аэропорттарҙа көйрәткән кешене бик һирәк осратабыҙ. Был тәмәке тартыуға ҡаршы закон талаптарының үтәлеше тураһында һөйләй.
Белеүебеҙсә, зыянлы төтөндә 400-ҙән ашыу химик матдә бар. Көнөнә бер ҡап тәмәке көйрәтһәң, был – йыл дауамында 500 тапҡыр рентген нурланыуына дусар ителәһең тигән һүҙ. Шуға алама ғәҙәттең яман сирҙәргә юлыҡтырыуы көн кеүек асыҡ. Әммә тәмәкеселәр үҙенең генә түгел, эргә-тирәләгеләрҙең дә сәләмәтлегенә зыян килтерә. Иң тәү сиратта – балаларға, үҫмерҙәргә. Ошоно иҫәпкә алып, кескәйҙәр майҙансыҡтарында тәмәке көйрәткәндәргә 2 – 3 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләнде. Былтыр 15 ноябрҙән бәлиғ булмағандарҙы был яман ғәҙәткә йәлеп иткәндәргә лә талап көсәйҙе. Уларға 1 – 2 мең һум күләмендә штраф һалына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бындай бер осраҡ теркәлгән дә инде. Мишкә районында бер ир үҫмерҙе тәмәке көйрәтергә өндәгәнендә тотолған.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәтселек тәртибен ойоштороу идаралығы административ закондар үтәлеше бүлеге етәксеһе Руслан Румянцевтың әйтеүенсә, үҙгәрештәр ныҡ һиҙелә. Етәкселәр ҙә хәҙер был мәсьәләгә яуаплы ҡарай, сөнки Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, ҡағиҙәләрҙе боҙғанда эш биреүсенең дә яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Йәмәғәтселек урындарында тәмәке тартҡан өсөн 200-гә яҡын административ протокол төҙөлгән. Хоҡуҡ боҙоуҙар Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, Ауырғазы, Мишкә, Шаран райондарында күпләп теркәлгән. Әлегә эш урындарында, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, йорт подъездарында, аэропорттарҙа, вокзалдарҙа тәмәке тартыу тыйылһа, быйыл 1 июндән был исемлеккә ресторандар, ятаҡтар, поездар һәм электричка көтөү өсөн тәғәйенләнгән перрондар индерелә. Тимәк, тәмәке менән мауыҡмаусылар иркен тын аласаҡ.
Хәҙер йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу сәләмәтлеккә генә түгел, кеҫә өсөн дә зыянлы. Белгестәр әйтеүенсә, закон ҡабул итергә әҙерләнгәндә үк илдә йәшәгән халыҡтың 19 проценты тәмәке тартыуҙан баш тартҡан. Тимәк, яҡшы һөҙөмтәләр ҙә көтөлә. Әлбиттә, бөтәһе лә бер юлы көйрәтеүен ташламаһа ла, әкренләп күптәр насар ғәҙәттәренән арыныр тип өмөт итәйек.


Сәләмәт булһаң, донъя яҡты!«Йәшел йылан» ғүмерҙәрҙе ҡыймаһын

Юлдарҙағы һәләкәттәрҙең – 50, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуы, ауыҙ ҡыуышлығы яман шешенең 80 процентына алкоголь сәбәпсе. Үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙың да өстән бер өлөшөнөң ғүмерен «йәшел йылан» ҡыйған. Әллә күпме фажиғәгә сәбәпсе булған алкоголле эсемлектәргә бәйле хәлде яҡшыртыу маҡсатында йылдан-йыл бихисап закон ҡабул ителә-ителеүен. Әммә былтыр республиканың эске эштәр органдары тарафынан этил спиртының, составында алкоголь һәм спирт булған продукцияның законһыҙ әйләнеше менән бәйле 1 мең ярымдан ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Шуларҙың 1 мең 90-ы – алкоголь продукцияһын һатыу ҡағиҙәләрен боҙоу, 197-һе – эшҡыуарлыҡты дәүләт теркәүенән тыш алып барыу, 200-ө иркен таратыу тыйылған тауарҙарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле. Әйткәндәй, алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн вазифалы кешеләргә – 3-4 мең, ойошма-предприятиеларға 30 — 40 мең һум штраф ҡаралған. Дәүләт теркәүенән тыш эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр 500 һумдан 2 мең һумға тиклем штраф түләгән.
Административ хоҡуҡ тәртибен боҙғандарға бөтәһе 4,5 миллион һумдан ашыу штраф һалынып, был сумманың 3,5 миллион һумдан күберәге түләттерелгән. Бынан тыш, законды теүәл үтәмәүселәргә 3,5 миллион һумдан ашыу штраф һалынған. Тимәк, талапты һанға һуҡмаусылар әлегә бар. Ҡайһы бер киосктарҙа төндә лә һыра менән сауҙа итеүҙәренә һәммәбеҙ шаһит. Бынан тыш, спиртлы эсемлектәрҙе бәлиғ булмағандарға ла һаталар. Улар кеше сәләмәтлегендә аҡса эшләй тип әйтергә мөмкин.
«Реклама тураһында»ғы Федераль законға ингән үҙгәрештәрҙең дә үтәлеүе һиҙелә. Алкоголь продукцияһы рекламаһын хәҙер журнал-гәзиттәрҙең беренсе һәм һуңғы биттәрендә, бәлиғ булмағандар өсөн матбуғат баҫмаларында, аудио- һәм видеояҙмаларҙа күрмәҫһең, ишетмәҫһең.

Талаптарҙы һанға һуҡмаусылар бар

2010 йылдың 14 июлендә көсөнә ингән «1999 йылдың 31 декабрендә ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Законға ярашлы, балаларға төндә ата-әсәһенән тыш йәмәғәт урындарында йөрөү тыйылды. Шулай итеп, «комендант сәғәте» индерелгәндән алып, республикалағы бәлиғ булмағандарҙың берәҙәклеген һәм хоҡуҡ боҙоуын иҫкәртеү учреждениелары тарафынан белем усаҡтарында был талаптарҙы аңлатыу маҡсатында һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Әммә республикала бөтәһе 4 меңдән ашыу ҡыҙ менән малайҙың төндә йәмәғәт урындарында йөрөүе асыҡланған. Уларҙың 45-е — социаль реабилитациялауға мохтаж балалар өсөн тәғәйенләнгән, 31-е һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына урынлаштырылған, 4230-ы ата-әсәһенә тапшырылған. «Комендант сәғәте» булдырылғас, был законды һанға һуҡмаусылар, ғәҙәттә, ниндәйерәк ғаиләләрҙә теркәлгәнен асыҡлар өсөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына юлландыҡ.
– Имен булмаған ғаиләләрҙә хоҡуҡ боҙоуҙар йышыраҡ осрай. Дөйөм алғанда, Закон ҡабул ителгәндән алып ата-әсәләр кескәйҙәренә иғтибарҙы нығыраҡ бүлә башланы. Бынан тыш, төндә балалар тарафынан енәйәт ҡылыу осраҡтары ла кәмене, – ти министрлыҡтың Участка уполномоченныйҙарының эшмәкәрлеген ойоштороу һәм бәлиғ булмағандар буйынса подразделениелар идаралығы инспекторы, полиция майоры Әлиә Назарова.
Дөйөм алғанда, закондар ҡабул ителә. Әммә уларҙың көсө – үтәлешендә. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.


Морат ЗАДИН, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәтселек тәртибен ойоштороу идаралығы етәксеһе урынбаҫары,
полиция полковнигы:

– Закондарҙың үтәлеше хәҙер бөтә дәүләт учреждениеларында ла һиҙелә. Тәмәке көйрәткән кеше күренмәй. Мәҫәлән, «Өфө-Арена», «Динамо» стадиондарында ла хәҙер төтөн әҫәрен күрмәҫһең. Йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан өсөн дә талап етди.


Вернуться назад