Күршеләр хеҙмәттәшлекте киңәйтә22.03.2014
Екатеринбургта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов һәм Башҡортостандың Урал федераль округы төбәктәрендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин Свердловск өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫарҙары Яков Силин һәм Сергей Зырянов менән осрашты. Унда ике субъекттың сик буйындағы муниципаль берәмектәрҙең хеҙмәттәшлеген әүҙемләштереү мәсьәләләре тикшерелде.

Төбәк-ара бәйләнеште киңәйтеү, сик буйы муниципаль кооперацияһын ойоштороу — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы сараларының береһе. Күрше өлкә вәкилдәрен берлектәге инфраструктура проекттары, шулай уҡ түбән сифатлы ағасты эшкәртеүҙәге, ауыл хужалығы етештереүендәге үҙ-ара файҙалы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Ә беҙҙекеләр республика тауар етештереүселәренең өлкә сауҙаһында үҙ урынын табыуға иғтибар бирҙе.
Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы күсмә кәңәшмәләрҙең береһендә Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Арти округтары хакимиәттәре етәкселегенең ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙа муниципаль-ара сауҙа һәм иҡтисади кооперация өлкәһендәге хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.



Вернуться назад