Хоҡуҡтар һаҡланырға тейеш22.03.2014
Федераль закондарға ярашлы, быйылдан эш урындарын аттестациялауҙан хеҙмәт шарттарын махсус баһалауға күстеләр. Яңы талаптар буйынса илдә эш урындарын хәҙер «оптималь», «рөхсәт ителгән», «зыянлы» һәм «хәүефле» төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы Өфөлә ошо мәсьәләләр тураһында һөйләшеү өсөн семинар-кәңәшмә ойошторҙо. Мәскәүҙән илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин етәкселегендәге делегация, төрлө төбәктән ҡунаҡтар килде. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Вельмяйкин менән осрашты.

Республика Башлығы 100 меңдән ашыу кешенең химия, нефть химияһы, нефть эшкәртеү кеүек ауыр, ҡатмарлы сәнәғәт тармаҡтарында эшләүен билдәләп, ҡаралған мәсьәләләрҙең көнүҙәклеге хаҡында әйтте. Сергей Вельмяйкиндың фекеренсә, Башҡортостанда үлемесле имгәнеүҙәрҙе кәметеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла. «Был йәһәттән республика – алдынғылар рәтендә, һәм унан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин», – тип белдерҙе ул.
Баш ҡалалағы Профсоюздар йортонда үткәрелгән кәңәшмәне иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова асты.
– Бындай етди форум өсөн Башҡортостандың һайланыуы юҡҡа түгел. Һуңғы ваҡытта республикала аттестацияланған эш урындары 48-ҙән 62 процентҡа тиклем артты, – тине ул.
Вице-премьер республикала эшсәндәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарына етди иғтибар бүленеүе тураһында ла әйтте. Эш шарттарын махсус баһалау иһә хеҙмәтте хәүефһеҙ итер тигән ышаныс уята. Кәңәшмәлә ойоштороу эштәре, быға ҡағылышлы закондарҙы күҙәтеү тураһында һөйләшелде. Бынан тыш, етәкселәр, профсоюздар һәм хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә эшләгән ойошмалар вәкилдәре менән «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Мәскәүҙән килгән делегацияны Өфө моторҙар эшләү һәм «Фармстандарт-ӨфөВита» берекмәләренең эшмәкәрлеге менән дә таныштырҙылар.


Вернуться назад