Ҡырымға — гуманитар ярҙам21.03.2014
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса ошо аҙнала Өфөлә Рәсәйҙең Ҡырым ярымутрауы халҡына гуманитар йөк менән ылау ойошторола.

Йөктө, нигеҙҙә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр тәшкил итә. Улар Башҡортостан Хөкүмәтенең резерв фонды иҫәбенә һатып алынған. Карауан составына өс ҙур йөк машинаһы һәм уларҙы оҙатып барған еңел автомобилдәр инәсәк тип күҙаллана. Ярҙамды урынға еткереү өсөн яуаплы итеп Севастополь ҡалаһында тыуып үҫкән Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса комитеты рәйесе Сергей Новиков тәғәйенләнде.


Вернуться назад