Закондар һаман камиллаша14.01.2012
Мәғариф тармағында ҡулайлаштырыу дауам итә. Айырыуса юғары белем алыуға, физик тәрбиәгә, һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереүгә ҡағылышлы закон проекттары йәмғиәттә ҙур яңғыраш алды.
Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ултырышында ла көн тәртибенә өс закон проекты сығарылды — төҙәтмәләр "Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм спортты үҫтереү тураһында"ғы, "Мәғариф тураһында"ғы республика закондарына, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы положениеға ҡағылды. Әйтәйек, депутаттар спортты, шул иҫәптән мәктәптәге һәм уҡыу йорттарындағы спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса власть органдарының вәкәләттәрен закон нигеҙендә аныҡлауҙы мөһим тип тапты.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад