Дәүләт төҙөлөшө комитеты депутаттары быйылғы тәүге ултырышын республиканың ҡайһы бер участкаларына мировой судьялар тәғәйенләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙән башланы.
"Башҡортостан Республикаһы Кодексының административ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылышлы 8.3 статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проекты республика Хөкүмәте тарафынан индерелгән. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары сығыш яһаны. Проекттың асылы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген кәметеү маҡсатында автомобилдәрҙе ҡуйыу өсөн даими туҡталҡалар төҙөүгә, шулай уҡ дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа туҡталыштар эшләүгә ҡайтып ҡала. Әммә ул закон сығарыусылар араһында ҙур ғына бәхәс тыуҙырҙы, сөнки был мәсьәләнең вағыраҡ яҡтары ла бихисап. Уны комплекслы хәл итеү генә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Шуға депутаттар проектты тағы ла тулыландырырға кәрәк тигән фекергә килде.
Көн тәртибендәге башҡа проекттар (икенсе, өсөнсө уҡыуҙа) бер тауыштан хупланды.
В. БОРИСОВ.