Исемлекте белергә тейешбеҙ14.01.2012
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының яңы йылдағы тәүге ултырышында бер нисә мәсьәлә көн тәртибенә сығарылды. Торлаҡ төҙөлөшө лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
"Республикала торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" Законға төҙәтмәләр индереүҙе ултырышта ҡатнашыусы депутаттар хуплап сыҡты. Был федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр индерелеү сәбәпле, республика законын уға ҡулайлаштырыу маҡсатында башҡарыла. Комитеттың рәйесе Наил Ҡотлогилдин әйтеүенсә, бөгөн торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ йыйылған. Законға тәҡдим ителгән төҙәтмәләр проекты уларҙы хәл итергә этәргес буласаҡ.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙың исемлеген алып барыусы берҙәм электрон мәғлүмәт базаһы булдырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу ҙа закон проектында сағылыш тапҡан.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад