“Ә беҙгә түләмәйәсәктәр”21.03.2014
24 февралдә Башҡортостан Хөкүмәтенең ауыл ерендә йәшәүсе белгестәргә ай һайын 600 һум күләмендә компенсация түләү тураһында ҡарары көсөнә инде. Уға нигеҙ булған Законды Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 2013 йылдың 27 декабрендә ҡабул иткән.

Белгестәр исемлегенә мәғариф, медицина, фармацевтика, мәҙәниәт, физик культура һәм спорт, ветеринария хеҙмәткәрҙәре индерелгән. Мин ысын күңелдән улар өсөн шат. Бар нәмәгә хаҡтар сүпрәләге кеүек артҡан ваҡытта 600 һум – һиҙелерлек өҫтәмә. Ул да юлда ятмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөнәр эйәләре араһында матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре юҡ. Әллә беҙҙе белгес түгел тип тапҡандар, әллә ауылда йәшәгәнебеҙҙе онотҡандар. Журналистиканы дүртенсе власть тиһәләр ҙә, иҫәпкә бар, һанға юҡбыҙ, күрәһең.


Вернуться назад