Волга буйы округында — яңы вәкил14.01.2012
13 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Түбәнге Новгородта Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән таныштырыу сараһында ҡатнашты. Төбәк башлыҡтарын яңы вәкил менән Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов таныштырҙы.
“Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев тулы хоҡуҡлы вәкилдәргә күпселек рәсәйҙәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе даими контролдә тоторға, кәрәк булғанда ашығыс һәм йоғонтоло саралар күрергә ҡушты, — тине Сергей Иванов. — Бындай мәсьәләләргә дарыуҙарға, бензинға хаҡтар, автомобилдәрҙе техник тикшереү инә. Уларға шулай уҡ губернаторҙар үҙҙәре лә ныҡлы контроллек итергә тейеш”.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Михаил Бабичты Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп 2011 йылдың 15 декабрендә тәғәйенләгәйне.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад