Ҡырым халҡы яҙмышын хәл итте19.03.2014
Шулай итеп, Ҡырымдағы референдумдың һөҙөмтәһе көтөлгәнде тулыһынса аҡланы. Хатта арттырып та ебәрҙе кеүек. Халыҡтың 96,77 проценты Рәсәйгә ҡушылырға теләк белдергән. Һайлауға килгәндәр һаны ла күп – 83,1 процент. Бына бит, халыҡҡа артабанғы яҙмышы мөһим булғас, көсләп һайлау участкаларына әйҙәү ҙә кәрәкмәгән.

Ғөмүмән, был көн ярымутрауҙа милли байрамды хәтерләтә. Халыҡ яҡшы кәйефтә ғаилә менән һайлауға бара, бер-береһен тәбрикләй, майҙандарҙа концерт ойошторола.
Референдум барышында 23 илдән 69 күҙәтеүсе ҡатнашҡан, улар араһында АҠШ, Ҡытай, Бельгия, Чехия, Финляндия, Израиль граждандары бар. Алдан уҡ күҙалланыуынса, АҠШ, Япония, Бөйөк Британия һәм Евросоюздың күп илдәре референдум һөҙөмтәләрен таныуҙан баш тартҡан. Улар тауыш биреү законлы түгел, Украина конституцияһына ҡаршы килә, халыҡ-ара нормалар боҙолған тип бара. АҠШ президенты Барак Обама менән телефон аша һөйләшеүҙә Владимир Путин референдумдың халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары һәм БМО Уставына ярашлы ойошторолоуын белдерә.
Референдум үтте, һөҙөмтә билдәле. Ҡырым ярымутрауы халҡы Рәсәйгә ҡушылырға әҙер. Республика Мәскәү ваҡытына күсәсәк, Рәсәй һумын рәсми валюта итеп һайлаған. Депутаттар спикер Владимир Константинов һәм Хөкүмәт рәйесе Сергей Аксеновҡа Рәсәй менән дәүләт-ара килешеү төҙөргә вәкәләт биргән.
Рәсәй сәйәсмәндәре һәм халҡы ла был яңылыҡты шатланып, йылы ҡабул итте. Илдең һәр төбәгендә уларҙы яҡлап митингтар, йыйындар ойошторола, ярҙамға аҡса йыйыла.
Кисә был мәсьәлә буйынса илебеҙ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәт итте. Артабан ни булыр — ваҡыт күрһәтер.


Вернуться назад