Ҡануниәт камиллаштырыла19.03.2014
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 25 мартта үткәреләсәк сираттағы пленар ултырышында республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһындағы отчеты тәҡдим ителәсәк.

Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы Президиумының һигеҙенсе ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Депутаттар шулай уҡ киләһе ултырыштың көн тәртибен раҫланы. Парламентарийҙар “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә гарантиялары тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерәсәк.
Ултырышта ҡатнашыусылар 25 республика законы проектын раҫланы. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы республика кодексына индерелгән төҙәтмәләр буйынса эш тамамлана.
Депутаттар Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкинға “Рәсәй Федерацияһында инновация эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы федераль закон проектын тикшереүҙе тиҙләтеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә ниәтләй. Пленар ултырышта Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил былтыр республикала кеше һәм граждан хоҡуҡтарын яҡлау тураһында сығыш яһаясаҡ.


Вернуться назад