Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш көсәйтелә19.03.2014
Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы эш итеү советы һәм уның президиумы составына Хакимиәт етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов менән ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советы секретары Рәмил Исҡужинды индерҙе.

Бер үк ваҡытта Президент Хакимиәте етәксеһенең элекке урынбаҫары Фидус Ямалетдинов менән вице-премьер Марат Мәһәҙиев Советтан сығарылды, тип хәбәр ителә хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы эш итеү советы төбәк етәксеһенең 2011 йылдың 9 февралендәге 40-сы Указына ярашлы ойошторолғайны. Рәйесе — республика етәксеһе. Советтың төп бурыстары — коррупцияға ҡаршы эш итеү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенә ҡағылған тәҡдимдәр әҙерләү, федераль башҡарма властың территориаль органдары, республикалағы башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының ошо өлкәләге эшмәкәрлеген көйләү.



Вернуться назад