Абдразаҡовтың ғәйебе юҡ18.03.2014
Өфөнөң Ленин район суды Башҡортостандың элекке мәҙәниәт министры, танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡовты аҡлау хаҡында ҡарар сығарҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2011 йылдың октябрендә элекке министрҙы дәүләттең 50 мең һум аҡсаһын үҙ файҙаһына тотоноуҙа ғәйепләп, енәйәт эше асҡайнылар. Тикшереү барышында артист зыянды билдәләнгән күләмдә тулыһынса ҡапланы. Прокурор Абдразаҡовтан 500 мең һум штраф түләтеүҙе талап иткәйне, әммә суд ғәйепләүсе яҡтың дәлилен нигеҙһеҙ тип тапты һәм бар донъяға билдәле йырсыны аҡланы.


Вернуться назад