Халыҡ мәнфәғәтендә18.03.2014
* “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 35-се республика Законы Кодекстың айырым положениеларын федераль ҡануниәт менән яраштырыуға йүнәлтелә.
“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль закондың 20-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр транспорт өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен һәм норматив-хоҡуҡи көйләүҙе тормошҡа ашырған, автомобиль һәм ҡала электр транспортында пассажирҙар, йөк ташыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҡағиҙәләрен билдәләгән федераль башҡарма власть органы вәкәләттәрен асыҡлай.
2013 йылдың 7 майындағы “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 92-се Федераль закон транспорт сараһын йөрөтөүгә рөхсәт биреү йәһәтенән төп положениеларға аныҡлыҡ индерә, шулай уҡ “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Законды Рәсәй водитель таныҡлығы булмаған кешеләрҙе эшкә йәлеп итеүҙе тыйған нормалар менән тулыландыра, водителдәр әҙерләгән ойошмаларға, квалификация имтихандарына талаптар ҡуя, теоретик һәм практик белемде тикшереүҙә ҡатнашыу хоҡуғына аккредитация үтеү алымын регламентлай. “Мәғариф тураһында”ғы Закон ҡабул ителеүгә бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү һәм закон акттарын (уларҙың айырым положениеларын) көсөнән сыҡҡан тип таныу хаҡында”ғы 185-се Федераль закон менән “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Закон терминологияһына яңылыҡ индерелә.
* Федераль закон нормаларын көйләү, башҡа закондар менән яраштырыу, фекер һәм мәғәнә айырмалыҡтарын юҡҡа сығарыу маҡсатында “Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм биологик һыу ресурстарын һаҡлау тураһында”ғы 36-сы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерелде.
Мәҫәлән, “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы Федераль законға һәм “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 331-се Федераль закон менән ҡаралған үҙгәрештәр экологик мониторингтың берҙәм дәүләт системаһын ойоштороуға йүнәлтелә. Ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле балыҡсылыҡ һәм биологик һыу ресурстарын һаҡлау өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закон һәм норматив хоҡуҡ акттары системаһын, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының вәкәләттәрен, балыҡсылыҡ төрҙәрен, тәбиғәт ресурстарының хоҡуҡи режимы нигеҙҙәрен, биоресурстарҙы файҙаланған кешеләрҙең хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм башҡаларҙы билдәләгән статьяларҙа мөһим яңылыҡтар күҙәтелә.
* “Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын һәм уларҙың тәртип боҙоуҙарын иҫкәртеү, хоҡуҡтарын яҡлау системаһы тураһында”ғы республика Законына үҙгәреш индерелде.
Улар “Наркотиктарҙы һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 120-се һәм “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль законды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 185-се закондарҙағы яңылыҡтарға бәйле. Яңы Законда терминология мәғариф тураһындағы закондағы төшөнсәләр менән яраштырыла. 14-се статьяға индерелгән үҙгәреш мәғарифҡа идара итеү органдарының һәм белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың вәкәләттәрен тулыландыра.
* “Бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссиялар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 38-се республика Законы ҡабул ителде.
Индерелгән үҙгәрештәр “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закон ҡабул ителеү һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль закондағы яңылыҡтарға бәйле.
Башҡортостан Республикаһы Законында, бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссиялар мәғариф өлкәһендә идара итеүсе органдың дөйөм белем алмаған бәлиғ булмағандарҙы 273-сө Федераль законда билдәләнгән осраҡтарҙа мәғариф ойошмаһынан сығарыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәрен ҡарай, тип билдәләнә.
* “Башҡортостан Республикаһында адреслы социаль ярҙам тураһында”ғы Башҡортостан Законына индерелгән үҙгәрештәр Закондың айырым положениеларын 258-се Федераль закондағы яңылыҡтарға ярашлы хәлгә килтереүгә йүнәлтелә.
Закон социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген күҙаллай. Ул “социаль контракт”, “социаль яраҡлашыу программаһы” кеүек төшөнсәләр, шулай уҡ ошо нигеҙҙә ярҙам күрһәтеү алымын билдәләгән яңы статья менән тулыландырыла. Үҙгәрештәргә ярашлы, халыҡты социаль яҡлау органының ярҙам күрһәтеүҙе бер яҡлы тәртиптә туҡтатыу хоҡуғы ла асыҡлана.
(Закондарҙы ентекләберәк өйрәнергә теләүселәр гәзиттең сайтына (www.bash.bashgazet.ru) мөрәжәғәт итә ала).


Вернуться назад