“Көнсығышҡа походты туҡтатайыҡ!”18.03.2014
“Көнсығышҡа походты туҡтатайыҡ!”
Бөгөн Өфөлә “Көнсығышҡа походты туҡтатайыҡ!” тигән исем менән дөйөм халыҡ йыйыны ойошторола.

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Әхәт Мостафин хәбәр итеүенсә, йыйын урындағы ваҡыт менән киске сәғәт 6-ла баш ҡаланың Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы партия, ветеран, милли, йәштәр, студент, спорт һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен, Украина халҡының яҙмышы өсөн борсолған барлыҡ граждандарҙы сарала ҡатнашырға саҡыра.


Вернуться назад