Ҡырымда референдум үткәрелгән көндә Өфөлә туғандаш Ҡырым һәм Украина халҡын яҡлау сараһы булды.
Баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанынан башланған йөрөш Октябрь проспекты, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы аша үтеп, Спорт һарайы алдында туҡталды. Юлдың дөйөм оҙонлоғо өс саҡрым самаһы тәшкил итте, унда 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был көндө урамға Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы, “Хеҙмәт союзы” партияһының төбәк бүлексәһе, Профсоюздар федерацияһының йәштәр советы вәкилдәре һәм башҡалар сыҡты.
Референдум алдынан ғына республикабыҙҙың Профсоюздар федерацияһы туғандаш халыҡты яҡлап сығыш яһағайны. “Беҙ Украина яҙмышы өсөн борсолабыҙ. Үҙебеҙгә яҡын халыҡҡа булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Халыҡтың ҙур өлөшөнөң хоҡуҡтарын боҙған, уның дәрәжәһенә тап төшөргән, демократияға ҡаршы килгән алымдар менән граждандар йәмғиәтен төҙөүгә юл ҡуйырға ярамай. Һәр халыҡ, халыҡ-ара нормаларға ярашлы, үҙбилдәләнешкә хоҡуҡлы. Украинаның, Ҡырым Республикаһының күп милләтле халҡы яҙмышы яу яланында түгел, ә цивилизациялы юл менән хәл ителергә тейеш”, — тиелә уның белдереүендә.