Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2011 — 2020 йылдарға “Башҡортостан Республикаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын юҡҡа сығарыу системаһын камиллаштырыу” айырым маҡсатлы республика программаһы раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Ҡарарға ярашлы республикалағы барлыҡ ҡала һәм райондарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм юҡҡа сығарыу системаһын ғәмәлгә индереү күҙаллана. Уларҙың барыһы ла заман талаптарына яуап бирәсәк.
Коммуналь ҡалдыҡтарға айырым иғтибар бирелә. Киләсәктә икенсел ресурстар рәүешендә файҙаланылған ошондай ҡалдыҡтарҙы 3 проценттан 33 процентҡа еткереү, ә тәбиғәттә уларҙың тупланған өлөшөн 97-нән 67 процентҡа тиклем кәметеү ҡарала.
Программа ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. 2011 йылдан 2013 йылға тиклем ауыл-ҡалаларҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары айырым йыйыласаҡ һәм биләмәләрҙе таҙартыуҙың генераль схемаһы төҙөләсәк. Ошо уҡ осорҙа муниципаль райондарҙа ҡалдыҡтар менән шөғөлләнеүсе объекттар барлыҡҡа киләсәк.
2014 — 2020 йылдарҙы үҙ эсенә алған артабанғы этап икенсел сеймалды эшкәртеү сылбырын сафҡа индереүҙе һәм рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөүҙе күҙ уңында тота.
Документты Башҡортостандың Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институты эшләгән. Уны тормошҡа ашырыуға идара итеү бурысы дәүләт заказсыһы — республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йөкмәтелгән.
Программаны финанслау 7,5 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 1 миллиард һумы — Башҡортостан ҡаҙнаһынан, 2,5 миллиарды — урындағы ҡаҙнанан, 3,9 миллиард һумы башҡа сығанаҡтарҙан бүленәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.