Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Украиналағы хәлгә бәйле белдереү менән сығыш яһаны.
Документта былай тиелә: “Беҙ, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, күп милләтле Башҡортостандың барлыҡ халҡы кеүек үк, халыҡ-ара хоҡуҡтар, Конституция һәм гражданлыҡ нормалары күпләп боҙолған ил биләмәһендә йәшәгән урыҫ телле халыҡтың һәм Рәсәй граждандарының хоҡуҡтары боҙолған Украиналағы хәлде һыҙланып һәм борсолоп күҙәтәбеҙ.
Был илдәге ғәҙәттән тыш хәлгә, халыҡ-ара йәмәғәтселек бер яҡлы баһа биргәндә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Украиналағы кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауға, конституцион тәртипте һәм сәйәси тотороҡлолоҡто тергеҙеүгә йүнәлтелгән ғәмәлдәрен тулыһынса хуплайбыҙ”.