Юрист кәңәштәре14.03.2014
Эштән ебәрә алмай

Баламды яңғыҙ тәрбиәләйем. Әле уға 10 йәш. Күптән түгел генә мин хеҙмәт иткән ойошманың етәксеһе эштән китеүемде һораны. Ул хаҡлымы?
Земфира.
Бәләбәй ҡалаһы.

Юҡ, етәксегеҙҙең был ҡылығы Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы талаптарына тура килмәй. Эш биреүселәр өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы, 14 йәше тулмаған (инвалид бала булһа, 18 йәшкә тиклем) ҡыҙын йәки улын тәрбиәләгән яңғыҙ әсәләрҙе эштән ебәрә алмай. Әммә ойошма бөтөрөлгән йәки эшҡыуар эшмәкәрлеген туҡтатҡан, хеҙмәткәр етди сәбәпһеҙ хеҙмәт бурыстарын бер нисә тапҡыр атҡармаған йәки ҡаты боҙған (эшкә килмәү йәки алкоголле эсемлектәр, наркотик, токсик матдәләр файҙаланыу, закон тарафынан һаҡланған серҙе асыу, эш урынында уғрылыҡ ҡылыу, хеҙмәтте һаҡлау тәртибен үтәмәү), хеҙмәт килешеүе төҙөгәндә эш биреүсегә ялған документтар күрһәткән кеүек осраҡтарҙа ҡыуып ебәреүҙәре ихтимал. Эш биреүсе хеҙмәт тураһындағы закондарҙы боҙһа, дәғүә ғаризаһы менән – судҡа, ялыу менән Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына, хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссияға (был орган ойошмала эш биреүсе һәм хеҙмәткәрҙәр тарафынан төҙөлә), кеше һәм граждан хоҡуҡтарын, азатлығын сикләүҙе булдырмау өсөн сара күреү, ҡануниәт талаптарын һанға һуҡмағандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн прокуратураға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Юҡҡа борсолаһығыҙ

Күптән түгел ҡыҙыма бер йәш ярым булды. Әле декрет ялындамын, әммә эшһеҙ ҡалырмын тип ҡурҡам...
Д. МИҺРАНОВА.
Әлшәй районы.

Әле юҡҡа борсолаһығыҙ, сөнки балағыҙға өс йәш тулғансы бер кем дә һеҙҙе эш урынынан ебәрә йәки икенсе вазифаға күсерә алмай (был хаҡта үрҙәге яуапта ла телгә алынды). Эш биреүсе баланы ҡарау буйынса отпуск бирергә тейеш. Декрет ялын өҙөп, үҙегеҙ теләгән ваҡытта яңынан эшкә сыға алаһығыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.



Вернуться назад