Хоҡуҡ һаҡлау органдарында ҙур ғына вазифа биләгән фән кандидаты Наил Саҙрыев һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөгән Фәрғәт Ғәзизов, ҡомһоҙлоҡ хөсөтөнә бирелеп, закон боҙоу юлына баҫмаһа, енәйәт эше ҡуҙғатылмаҫ һәм тәүгеһе, яуаплылыҡҡа тарттырылып, “хөкөм ителеүсе” мөһөрөн алмаҫ та ине.
Ете томдан торған был енәйәт тарихы ике икең дүрт кеүек ябай. Был схема буйынса Рәсәйҙә хөкөм ителгәндәрҙең иҫәбе, моғайын, меңдәрсәлер. 2011 йылда Ғәзизов нефть продукттары менән сауҙа итеүсе яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойоштора ла алдан түләү шарты менән Ҡаҙағстан (2,8 миллион һум) һәм Венгрия (550 мең доллар) фирмаларынан үҙ иҫәбенә аҡса күсертә. Ул аҡсаны эшҡыуар-табип ҡайҙа ҡуйырға өлгөргәндер – уныһы уға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшендә тикшерелә, әммә ул тауарҙы һатып алыусыға тапшырыу буйынса йөкләмәһен үтәмәгәне өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 159-cы статьяһы (мутлыҡ) буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Ошо турала Ғәзизов эске эштәр органдарында эшләгән яҡшы танышы Наил Саҙрыевҡа еткергәс, закон һаҡсыһы енәйәт эшен туҡтата аласағын һәм был хеҙмәттең 5,3 миллион һумға төшәсәген белдерә. Ләкин элекке табип был сумма менән ҡырҡа килешмәй һәм, оҙаҡ ҡына һатыулашҡандан һуң, уны 1 миллион һумға кәметәләр. Саҙрыев, аҡсаны ҡулына алған саҡта фаш ителеүҙән ҡурҡып, хәйлә тураһында бер ни белмәгән танышы Хәсән Ғайсинды файҙаланырға була. Ысынлап та, 4,3 миллион һумды ла түләй алмаясағын яҡшы белгән эшҡыуар-табип, минән аҡса талап итәләр тип, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Бындай осраҡта полицияла киң ҡулланылған сценарий буйынса 100 мең һумды махсус эшкәртәләр, ә ҡалған 4,2 миллион һумды ялған аҡса менән тапшырырға ҡарар ителә. Ләкин фән кандидатын енәйәт ҡылғанында тотоп, фашлау буйынса операция аҙағынаса еткерелмәй, аҡсаны ҡабул иткән ваҡытта аралашсы булған Ғайсин оперативниктар тарафынан ҡулға алына һәм кемдең йомошон атҡарғанын асып һала.
Өфө ҡалаһының Совет районы суды Наил Саҙрыевты Рәсәй Енәйәт кодексының 30-cы статьяһының 4-се (енәйәт ҡылыуға әҙерләнеү), 159-сы статьяһының 4-се пункттары буйынса өс йыл һынау шарты менән дүрт йылға (шартлы рәүештә) хөкөм итә. Уның хөкөм ҡарары менән ҡырҡа килешмәй биргән ялыуын апелляция баҫҡысы кире ҡағып, район суды ҡарарын көсөндә ҡалдыра. Ошо йәһәттән хөкөм ителеүсенең ялыуында телгә алынған ҡайһы бер раҫламалар айырыуса иғтибарға лайыҡ. Судтың һығымталары ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип яҙа Саҙрыев. Йәнәһе, ул Ғәзизовтың һөйләгәндәренә генә нигеҙләнә, ә уларҙың телефондан һөйләшеүе хаҡындағы дәлил бөтөнләй иҫбатланмай, сөнки тауыш уныҡы түгел. Ғөмүмән, Ғәзизов мине үҙе ҡотортто, ти хөкөм ителеүсе.
Суд ҡарары хис-тойғоларға, фараз-күҙаллауҙарға түгел, ә факттарға һәм уларҙың да суд тикшереүендә раҫланғандарына ғына таянып сығарылырға бурыслы. Ул дәлилдәрҙең ниндәйҙер предметтар аша йәки шаһиттар тарафынан дөрөҫләнеүе мотлаҡ. Наил Саҙрыевтың “эшкә” ялланыуын раҫлаусы шаһиттар бар. Бер туған ҡустыһы Заһир, мәҫәлән, бөтөнләй ят кеше – Ҡаҙағстан фирмаһы вәкиле Насир Зәйниев – менән осрашыуын һәм Фәрғәт Ғәзизовтың ысынлап та бер нисә миллион һумға “төп башына ултыртыуын” асыҡларға тырышыуын йәшермәй. Ағаһы ҡушмаған булһа, ул йыраҡ Ҡаҙағстанда көн иткән кешенең телефон номерын эҙләп алыр һәм Ғәзизовтың уға күпме бирергә тейешлеген белешеп йөрөр инеме ни?
Икенсе шаһит Хәсән Ғайсин үҙен ниндәй маҡсатта файҙаланыуҙарын башына ла килтермәй. Уға магазинын һатырға кәрәк була, шуға ошо турала иғлан яҙып элә. Сауҙа нөктәһе менән ҡыҙыҡһыныусы табыла, ул Наил Саҙрыев булып сыға. “Мин һинең магазиныңды ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып алыусыны таптым, – ти ул Ғайсинға. — Ул кешенең миңә лә байтаҡ бурысы бар”. Закон һағында тороусы үҙ өлөшөн һуңынан, тауыш баҫыла төшкәс, алырға теләгән икән.
Телефондан һөйләшеүгә килгәндә, унда Саҙрыевтың тауышы менән берәү аҡса йыйыу өсөн ике аҙна ваҡыт бирелеүе, был мәсьәләне ҡатын менән һөйләшеп килешеү кәрәклеге хаҡында әйтә лә “эш”те туҡтатыу өсөн уға ике минут етеүе менән маҡтана. Әгәр ҙә был тауыш башҡа кешенеке булһа, Ғәзизовҡа уны йәшерергә маташыу бер яғы менән дә отошло түгел.
Дуҫына ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен туҡтатырға вәғәҙә итеүенә ҡарамаҫтан, Саҙрыев был йәһәттән ҡыл да ҡыбырҙатмай. Суд ултырышында шаһит булараҡ ҡатнашҡан тәфтишселәр хөкөм ителеүсенең был турала һүҙ ҡуҙғатмауын дөрөҫләй.
Хөкөм ҡарары менән бер яҡ та, хатта дәүләт ғәйепләүсеһе лә ризалашмай. Суд тәфтишендә ҡаза күреүсе булараҡ ҡатнашҡан Ғәзизов та ғәйепләнеүсене иректән ысынлап мәхрүм итеүҙе һорай. Наил Саҙрыев менән уның адвокаты, киреһенсә, енәйәт эшен туҡтатыуҙы, ә хөкөм ителеүсене аҡлауҙы юллай. Ләкин, үрҙә телгә алыныуынса, апелляция баҫҡысы енәйәт эшендә яҡтарҙың береһен дә ҡәнәғәтләндерерлек нигеҙ тапмай: эшкә мөнәсәбәте булған барлыҡ хәлдәр ҙә суд тарафынан тикшерелгән һәм нигеҙле хөкөм ҡарары тәсдиҡ ителгән.
Ете томлыҡ енәйәт тарихы абруйҙары тамам ҡаҡшаған, яҙмыштары ауыр һынауға дусар ителгән ике ир-аттың һәм уларҙың ғаиләһенең ҡомһоҙлоҡ арҡаһында ошо көнгә төшөүе хаҡында бәйән итә. Ә бит ҡаза күреүсе Фәрғәт Ғәзизов та, хөкөм ителгән Наил Саҙрыев та – юғары белемле, донъяны яҡшы танып белергә бурыслы тәжрибәле граждандар. Ҡасандыр ғаиләләре менән дуҫ булған был ирҙәр хәҙер бер-береһенә ҡан дошман. Уның төп сәбәбе – хурлыҡлы тамамланасағы алдан билдәле булған байығыу хөсөтө.
Енәйәт эшенең тағы ла бер сетерекле яғы бар. Ул хөкөм ителеүсенең адвокаты (ул кеше оҙаҡ йылдар Башҡортостан Прокуратураһында эшләне – М.Ф.) биргән ялыуҙа сағылыш таба. “Ғәзизов – ҡотортоусы һәм бур, – тип яҙа адвокат. – Рәсәйҙең Енәйәт-процессуаль кодексына ярашлы, уның ҡаза күреүсе сифатында ҡатнашырға хоҡуғы юҡ”. Ләкин уны Фәрғәт Ғәзизовҡа ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше (әйткәндәй, ул да Саҙрыевтыҡы ише статья буйынса ғәйепләнә. – М.Ф.) раҫларға тейеш. Һәр хәлдә ике партнерын “төп башына ултыртҡан” элекке табиптың һыуҙан ҡоро сыға алыры ышандырмай. Ә хөкөм ителеүсегә килгәндә, ул, ысынлап та, кеше милкенә, үҙенеке булмаған байлыҡҡа хужа булырға ынтылған. Законһыҙ рәүештә шуның өсөн язаһын алған.