Хәйләләре хайран ҡалырлыҡ14.03.2014
Республика колонияларының береһенә наркотик индерергә маташыу менән бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Башҡортостандың Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәт һәм Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралыҡтары оперативниктары холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырған кешеләргә тәғәйенләнгән ағыулы матдәле ике бандеролде тотоп ҡалған. Наркотиктың нисек йәшерелеүе күпте күргән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙе лә хайран иткән: метадонлы пакеттарҙың береһе ҡәләм эсенә тығылған, икенсеһе, еүеш туҡымаға һеңдерелеп, кизе-мамыҡ ойоҡҡа һалынған, ти. Әле был осраҡ буйынса тикшереү бара.

Ғүмер хаҡы ике мең һуммы?

Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡсылары хәбәрһеҙ юғалған такси водителе Алексей Саньковтың үле кәүҙәһен тапҡан. Тәфтиш комитеты был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килеүен белдерҙе.
Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, 24 йәшлек егет 3 мартҡа ҡараған төндә ике клиент менән Күмертауҙан Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауылына юлға сыға. Бер аҙ барғас, пассажирҙар, водителде быуып үлтереп, 2 мең һум аҡсаһын ала ла мәйетте юл ситенә ырғытып китә. Артабан енәйәтселәр урланған автомобилдә Ырымбур ҡалаһына барып етә һәм автобус менән Күмертауға кире ҡайта.
Әле был енәйәтте башҡарған ике егет тә ҡулға алынған. Уларҙың береһе – Ырымбурҙан, икенсеһенең Үзбәкстан гражданы булыуы билдәле.

Һөймәгәнгә һөйкәлмәгеҙ...

Яңыраҡ тормош иптәшен үлтерергә булған бер ир биш йылға иркенән мәхрүм ителде.
2013 йылдың майында Күгәрсен районында йәшәгән ир, үҙенең ҡатынын үлтереүҙе һорап, быға тиклем хөкөм язаһын татыған танышына мөрәжәғәт итә һәм 60 мең һум түләргә вәғәҙә бирә.
Әммә "киллер" был турала алдан уҡ полицияны иҫкәртә. Артабан инде ваҡиғалар хоҡуҡ һаҡлау органдарының сценарийы буйынса бара. Ҡатынының ғүмерен ҡыйыу өсөн ғаилә башлығы банктан кредит ала һәм танышына, хәләл ефетенең фотоһына ҡушып, аванс рәүешендә 30 мең һум түләй, ҡалған аҡсаны заказы үтәлгәс бирергә вәғәҙәләй. 28 майҙа иргә ҡатынының шәхси әйберҙәре, үле кәүҙәһен һынландырған фотолар тапшырыла.
Күп тә үтмәй, ир ҡулға алына. Суд уны биш йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығара. Шуныһы ғәжәп: ғәйепле әҙәм үҙенең ҡылығын бер нисек тә аңлата алмай.

Пеләшкә шампунь нимәгә кәрәк?

Был хәл Өфөләге магазиндарҙың береһендә теркәлгән. Моғайын, бурҙар магазиндан һәр саҡ ни етте шуны урлап алып сығырға ғәҙәтләнгән булғандыр.
Ике кешенең сауҙа кәштәһенән ниндәйҙер һауытты алып, ҡуйынына йәшергәнен магазин хужаһы видеокамера аша күреп ҡалған. Касса эргәһендә тегеләрҙе туҡтатып, куртка иҙеүен ысҡындырып, эске кеҫәләрен күрһәтеүен үтенгәндәр. Һатып алыусыларға был, әлбиттә, оҡшамаған һәм улар магазин хужаһы менән мөнәсәбәттәрен йоҙроҡ ярҙамында асыҡлауға күскән. Сауҙа ойошмаһы етәксеһенә хеҙмәттәштәре ярҙамға ашыҡҡан. Һөҙөмтәлә киске сауҙа ҙур ғауғаға әйләнгән.
Бурҙар ҡасып ҡотолған, ә магазин етәксеһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләккән. Камералағы яҙмалар ярҙамында тәртип боҙоусыларҙың шәхесен асыҡлау ауыр булмаған, полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы тиҙ үк ҡулға алған. Был осраҡ буйынса енәйәт эше асылған, әле тикшереү бара.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад