Ғәйебенә күрә язаһы12.03.2014
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында енәйәт-башҡарыу системаһы социаль әһәмиәтле, үҙенсәлекле бурысты үтәй. Уларҙың хеҙмәте тәфтиш органдары һәм судтар эшмәкәрлегенең үҙенә күрә бер һуңғы туҡталышы булып тора. Был системаның төп бурысы — йәмғиәтте енәйәтселәрҙән ышаныслы һаҡлау ғына түгел, шулай уҡ ҡасандыр закон боҙғандан һуң төҙәлеү юлына аяҡ баҫҡандарға ярҙам күрһәтеү ҙә.

135 йыл элек император Александр II указы менән Төрмә идаралығын булдырырға бойорған. Тап ошо ҡарар нигеҙендә бөтә Рәсәй биләмәһендә үҙәкләштерелгән яза башҡарыу системаһы барлыҡҡа килгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарға ярашлы, яза башҡарыу хеҙмәте системаһы заманса йыһазландырылырға тейеш. Төрмәләге шарттарҙы халыҡ-ара стандарттарға яраҡлаштырырға кәрәк. Был мәсьәләне тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙең Федераль яза башҡарыу хеҙмәте менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Унда Иглин районында заманса биналар комплексы төҙөү ҡаралған. Төҙөлөш 2016 йылда тамамланырға тейеш.
Эштә яңы шарттарға күсеү бөгөндән үк башланған. Холоҡ төҙәтеү учреждениеларында 2500-ҙән ашыу видеокамера урынлаштырылған. Интернет аша күҙәтеү, кешене бармаҡ эҙҙәренән танып белеүсе “Биосмарт” системаһы уңышлы эшләй. Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ГЛОНАСС системаһына тоташып, конвоирҙар хеҙмәтен күҙәтеүгә өлгәшкәндәр.
Рәсәйҙә енәйәт сәйәсәте бер аҙ йомшартылғандан һуң, яза биреү даирәһе лә киңәйҙе. Йәмәғәтселектән айырмаған енәйәти-хоҡуҡи саралар киңерәк ҡулланыла башланы. Башҡортостан яңы яза төрө — мәжбүри хеҙмәт ҡулланылған һигеҙ төбәктең береһе. Бының өсөн 100 кешегә иҫәпләнгән яңы бина төҙөкләндерелгән. Федераль яза-башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы — Рәсәй субъекттары араһындағы ошондай ойошмаларҙың иң ҙурҙарының береһе. Төбәктәге яза башҡарыу системаһына ирҙәр өсөн туғыҙ холоҡ төҙәтеү колонияһы, биш тикшереү изоляторы, тәрбиә колонияһы, инженер-техник һәм уҡытыу үҙәктәре, дауалау-холоҡ төҙәтеү, дауалау-иҫкәртеү учреждениелары инә, шулай уҡ 67 енәйәт-башҡарыу инспекцияһы бар.
Республикала был системала 5,5 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Улар енәйәт ҡылған өсөн яза ғәмәлен үтәй, язаһы кисектерелгәндәрҙең, шартлы хөкөм ителгәндәрҙең тәртибен күҙәтә, хөкөм ителеүселәрҙе һәм һаҡ аҫтына алынғандарҙы оҙата барыуҙы һәм башҡа бурыстарҙы тормошҡа ашыра.
Көн һайын енәйәтселәр менән күҙгә-күҙ осрашыу, аралашыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Шуға ла был өлкәлә эшләүселәр физик һәм психологик яҡтан көслө, ныҡлы, тотороҡло булырға, айыҡ аҡыл менән эш итергә, хис-тойғоларын йүгәнләй белергә тейеш.
Яза башҡарыу хеҙмәте тураһында һөйләгәндә, һандарға туҡталмау мөмкин түгел. Былтырғы эш йомғаҡтарына күҙ һалайыҡ: әлеге мәлдә республикала 14 396 кеше һаҡ аҫтында, 3 681 кеше — тикшереү изоляторҙарында, 10 715-е холоҡ төҙәтеү учреждениеларында тотола. Уларҙың 26 проценты кеше үлтергәнгә, һаулыҡҡа зыян килтергәнгә, 25 проценты уғрылыҡ, талау менән булышҡанға, 14 проценты наркотик таратҡанға язаға тарттырылған.
Рәшәткә артындағыларҙың күбеһе — хөкөм эскәмйәһенә бер нисә тапҡыр ултырған кешеләр. 2724 тотҡон бында тәүгә эләккән, 3497-һе — икенсегә, 4 494-е — өсөнсөгә-дүртенсегә. Күпселек осраҡта 5—10 йылға хөкөм ителгәндәр. Уларҙың холҡон төҙәтеү өсөн дәртләндереү системаһы булдырылған, ул “социаль лифт” тип атала. Мәҫәлән, комиссия 2012 йылда хөкөм ителгән 5 700 кешенең тәртибен тикшереп, ике меңен шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығарған, 800 кешенең язаһын йомшартҡан.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад