Бына инде күпме ваҡыт Украина бөтә донъяны көсөргәнештә тота. Айырыуса Рәсәй, АҠШ һәм Евросоюз өсөн был мәсьәлә үтә көнүҙәк. Бәлки, аҙна аҙағында хәлгә бер ни тиклем асыҡлыҡ инер, сөнки Ҡырымдың 30 мартҡа планлаштырылған референдумы 16-һына күсерелде. Был көндә ярымутрау халҡы артабанғы яҙмышын хәл итергә тейеш: Рәсәйгә ҡушылырҙармы, әллә Украина менән ҡалырҙармы?
Украина менән ҡайһы бер Европа илдәре был тауыш биреүҙе конституцияға ярашлы түгел тип иѕәпләһә лә, бөгөн Ҡырымда референдумға ныҡлы әҙерлек бара. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы унда үҙенең күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашырға әҙерлеге тураһында хәбәр итте лә инде. Дүшәмбе Симферополдә референдум өсөн бюллетендәр баѕа башлағандар. Һайлау комиссияһы ағзалары белдереүенсә, барлығы 1,55 миллион бюллетень әҙерләнәсәк. Тауышҡа ике мәсьәлә ҡуйыла: “Һеҙ Ҡырымдың Рәсәйгә уның бер төбәге булараҡ ҡушылыуы яҡлымы?” менән “Һеҙ Ҡырым Республикаһының 1992 йылғы Конституцияһын тергеҙеү һәм Ҡырымдың Украинаның бер өлөшө булып ҡалыуы яҡлымы?”
Ә башҡа илдәрҙең быға ҡарашы нисекме? Украина менән АҠШ Рәсәйҙе хәрби агрессияла ғәйепләй, төрлө санкциялар менән янай. Юлия Тимошенко, Владимир Кличко һәм башҡа украин сәйәсмәндәре Евросоюзға мөрәжәғәт итеп, Рәсәйгә ҡарата сара күреүҙе үтенә. Евросоюз иһә референдумдан һуң ҡаты саралар күреләсәк тип ҡурҡыта. Улар араһында виза биреү буйынса сикләү, яуаплы кешеләрҙең банктағы иѕәптәрен ваҡытлыса ябыу кеүек саралар бар. Артабан ҙур иҡтисади блокада менән янайҙар. Быға тиклем был дәүләт башлыҡтары Мәскәү менән виза режимын еңелләштереү һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү буйынса һөйләшеүҙе туҡтатыуын белдергәйне. Америка иһә, әгәр Мәскәү Ҡырым менән Украинаның эске сәйәсәтенә ҡыѕылыуҙы туҡтатмаһа, дипломатик һөйләшеүгә урын ҡалмаясаҡ, тип тә ебәрә.
Һорауҙар күп, әлбиттә. Ҡырым законлы рәүештә Украинанан бүленә аламы? Рәсәйҙең суверенлы дәүләттән уның теләгенән тыш айырылған субъектты үҙенә ҡушыу хоҡуғы бармы? Ниндәй ҙә булһа асыҡлыҡ индерәсәк ошо йәкшәмбене көтөргә генә ҡала.