“Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы Президиумы ҡарары менән Рәмзил Ишһарин Башҡортостандағы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе итеп раҫланды.
Ул быйыл ғинуарҙан Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән Альберт Мифтаховты алмаштырҙы. Рәмзил Ишһарин — 2005 йылдан “Берҙәм Рәсәй”ҙең ағзаһы. 2006—2012 йылдарҙа төбәк башҡарма комитетында йәштәр менән эшләү буйынса баш белгес, комитет етәксеһе урынбаҫары, агитация-пропаганда эше бүлеге начальнигы була. 2012 йылдан партия төҙөлөшө бүлеген етәкләй.