Кәртә ҡуйырға ваҡыт12.03.2014
Ил Президенты “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законға ҡул ҡуйҙы. Уның проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткәйне.

Айырым дәүләт вазифаларын башҡарған кешеләр өсөн өҫтәмә сикләүҙәр индерелә. Дәүләт Йыйылышы “Рәсәй Федерацияһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы, “Аудитор эшмәкәрлеге тураһында”ғы, “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең контроль-иҫәп органдарын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль закондарҙы коррупцияға юл ҡуя тип тапҡан.
Башҡортостан парламентарийҙары фекеренсә, был норматив акттарҙы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә ҡабул итеүҙәге сикләүҙәргә ҡағылған яңылыҡтар менән тулыландырырға кәрәк. Үҙгәреш Рәсәй ҡануниәте нормаларын тәртипкә килтереү мөмкинлеген биреп, ришүәтселеккә кәртә ҡуйырға булышлыҡ итәсәк, тип өмөтләнәйек. Күптән ваҡыт!


Вернуться назад