Украина ниндәй юлды һайлар?12.03.2014
Башҡортостанда 55 меңдән ашыу украин йәшәй

Башҡортостан менән Украина араһында дуҫлыҡ күпере күптән һалынған. Шуға ла ундағы һуңғы ваҡиғалар уйландыра. Был төбәктән килеп торған мәғлүмәттәр бер кемде лә тыныс ҡалдыра алмайҙыр, моғайын.

1919 – 1920 йылдарҙа Муса Мортазиндың дивизияһы Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1921 – 1922 йылдарҙа буласаҡ халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти Украинаға балалар йортона ебәрелә. 1929 йылда уның “Украина” тип аталған шиғыры сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Рәшит Ниғмәти йәнә “Украина” тип аталған күләмле, тәрән йөкмәткеле шиғыр менән сығыш яһай. Унда ошондай юлдар бар:
Шул ерҙәргә дошман бомба ташлап,
Бөтә матурлыҡты яндыра.
Гүйә, шунда төшкән һәр бер бомба
Минең йөрәгемдә ярыла.
Дошман танкыһы
Украинаның
Ерен тапап йөрөгән сағында,
Ташлар инем үҙенә йөрәгемде,
Ул граната булып ярылһа.
Башҡорт әҙәбиәте корифейы Рәшит Ниғмәти башлап ебәргән был ижади бәйләнеш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нығынып китә. 1941 йылдың көҙөндә Украинаның Фәндәр академияһы Өфөгә эвакуациялана. Уның артынса Украина Яҙыусылар союзы күсеп килә. Ун биштән ашыу әҙип ил өсөн ауыр мәлдә баш ҡалабыҙҙа төпләнә. Улар араһында Павло Тычина, Максим Рыльский, Владимир Сосюра, Петр Панч, Иван Кочерга, Натан Рыбак һәм башҡалар була. Украина Яҙыусылар союзы хәҙер Мәжит Ғафури йорт-музейы урынлашҡан бинаның бер яртыһында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы икенсе яртыһында эшләй. Күршеләр, әлбиттә, аралашып йәшәй, дуҫлашып ижад итә. Максим Рыльский менән Павло Тычина, башҡорт яҙыусыларының ижадына баһа биреп, мәҡәләләр яҙа.
Һуғыш осоронда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Украина ерен дошмандан таҙартыуҙа йәнен-тәнен аямай алыша. Чернигов ҡалаһын азат иткәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияға “Чернигов” исеме бирелә. Украин халҡы шуға ла башҡорттарға бик рәхмәтле. Башҡорт яугирҙәренең исеме һәр бер мәктәп стендында бар, ауылдарҙа күп һәйкәлдәр ҡуйылған. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин да дошман амбразураһына ташланып, Херсон ерендә ятып ҡала.
1970 йылдың октябрендә Украинала Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте. Был осрашыуҙан һуң “Ағиҙел ярҙарынан” тигән шиғри йыйынтыҡ донъя күрҙе. 1978 йылда Запорожьела Башҡортостан әҙәбиәте көндәре уҙҙы. Унда һуңынан “Ағиҙел моңдары” тигән йыйынтыҡ донъя күрҙе. Уны шағир Петро Ребро төҙөнө. Йыйынтыҡҡа 60-тан ашыу башҡорт әҙибенең шиғырҙары инде. Ул биш мең дана тираж менән нәшер ителде. 1979 йылда яуап рәүешендә Башҡортостанда Украина көндәрен үткәрҙек. Был осрашыуҙан һуң “Торналар ҡанат йәйә” (проза), “Днепр тулҡындары” (поэзия) тип аталған ике томлыҡ донъя күрҙе.
Совет заманында Украина менән бәйләнеш ныҡлы булды. Унан һуң да Украинала йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән аралашып йәшәнек. Башҡорт ҡоролтайы әүҙем эшләй ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа уның менән бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө.
Был мәҡәләне яҙырға этәргән йәнә бер хәл тураһында ла әйтеп үтке килә. Ике туған ағайым, Украинаның Львов ҡалаһында төпләнеп, шунда тора. Уның атаһы Әхмәҙулла ағай – атайымдың бер туған ҡустыһы.
Мир ағай 1938 йылғы, беҙҙең Таңатар ауылында тыуған, бала һәм үҫмер сағы күберәк Аҡъярҙа үтте. Урта мәктәпте танылған яҙыусы Ғәзим Шафиҡов, район дауаханаһының элекке баш табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған хирургы Фазылйән Ишемов менән бергә тамамлаған. Совет Армияһы сафтарында Украинала хеҙмәт иткән һәм, кәләш алып, Львов ҡалаһында тороп ҡалған. Тыуған яҡтарына ул йыш ҡайтыр ине. Тик һуңғы дәүерҙә, бигерәк тә Украина айырым дәүләт булып киткәс, Башҡортостанға юлы һирәгерәк төштө.
Илдәрендә бола, сыуалыш башланғас, беҙ телефондан хәбәрләштек. Хәлдәрен һорағас, ул: “Беҙҙә Киевтағы кеүек түгел, әлбиттә, шулай ҙа тыныс та түгел. Нимә менән бөтөр инде, ваҡыт күрһәтер”, — тине. Уның һөйләүенән беҙҙе артыҡ хафаға һалмаҫҡа теләгәне күренеп тора. Уларға именлек теләргә генә ҡала.
Украинала көсөргәнеш башланғас, интернет селтәрендәге сайтымдан ул мине үҙе эҙләп тапты һәм ундағы хәлдәрҙе әсенеп һөйләне.
Украинала ҡан ҡойош бара. Беҙ борсолоп ундағы хәлдәрҙе матбуғат саралары аша күҙәтәбеҙ. Тик ябай күҙәтеүсе генә булып ҡалмаһаҡ ине. Нисек тә был мәхшәрҙе туҡтатыу сараһын күрергә кәрәк, сөнки төрлө сәйәсмәндәр һыу болғатҡан арала ябай халыҡ зыян күрә. Украинаның яҙмышы артабан нисек булыр? Илгә ниндәй Хөкүмәт килер? Был мәсьәләләр — Рәсәй өсөн дә бик мөһим.
Украин халҡына башҡорттоң борондан булған дуҫлыҡ, туғанлыҡ тойғолары ныҡлы, ул быуаттар буйы һыналған. Украин халҡының бөйөк кобзары – батша хөкөмө менән Көньяҡ Уралға, Орск ҡәлғәһенә һөргөнгә ебәрелгән шағир Тарас Шевченконың яҡты рухы ла өҫтәй был ихтирамды. Тарихтан мәғлүм булыуынса, халыҡтар тап дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ менән көслө.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.


Вернуться назад