Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостандағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың хоҡуҡи белемен арттырыу, уларға төрлө мәсьәлә буйынса ярҙам күрһәтеү маҡсатында Сибайҙа булды.
Тәүҙә ҡаланың бер нисә урынында халыҡты ҡабул итеү ойошторолдо. Һорауҙарға Рәсәй юристары ассоциацияһы етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников, “Эшлекле Рәсәй” ойошмаһының рәйестәше Андрей Назаров, Башҡортостан Прокуроры урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова, “Росреестр”ҙың республикалағы идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков һәм башҡалар яуап бирҙе. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү, торлаҡты хосусилаштырыуҙа барлыҡҡа килгән аңлашылмаусанлыҡтар, эш хаҡын түләүҙә закон боҙоу кеүек мәсьәләләргә ҡағылышлы булды.
— Халыҡҡа юридик ярҙамды әлегәсә кварталға бер тапҡыр күрһәтә торғайныҡ, бынан ары ай һайын ойошторорға кәрәк, тигән фекергә килдек, — тине Тәфтиш комитетының Сибай бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Йәмил Фәтхуллин. — Шуныһы иғтибарға лайыҡ: халыҡтың бер мөрәжәғәте лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, һәр береһенә тейешле органдарҙан аныҡ яуап алына.
Икенсе көндө юристар Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Сибай ҡалаларының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Артабан БДУ-ның Сибай институтында “Бизнес өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу” тигән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо, унда төрлө ойошмаларҙан 200-ҙән ашыу кеше, уҡыу йортоноң юридик факультеты студенттары ҡатнашты.