Каруан бер нәмәгә ҡарамай алға барырға тейеш07.03.2014
Каруан бер нәмәгә ҡарамай алға барырға тейеш Февраль аҙаҡтарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ултырышында ҡатнашырға тура килгәйне. Унда уҙған йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, яңыһына бурыстар билдәләнде. Бер юлы Башҡарма комитеттың етәксеһен алмаштырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Һөҙөмтәлә был вазифаға элекке етәксе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев яңынан һайланды.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаѕары Рәмил Дилмөхәмәтовтың килеүе һәм республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмен уҡып ишеттереүе ултырышҡа бер аҙ рәсми төѕ бирҙе. Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары ЛилиәҒүмәрова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаѕары Йомабикә Ильясова кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙ сараның мәртәбәһен арттырҙы.
Бер ҡараһаң, ғәҙәти ултырыш булып үткән кеүек тойолдо: кешеләр йыйылышты, фекер алышты, кәңәшләште, яңы ағзалар һайланы һәм таралышты һымаҡ. Тик, үкенескәҡаршы, милләттәштәребеҙҙе туплаған йәмәғәт берекмәләре союзының сираттағы ултырышы ла шыма ғына үтеп китмәне. Мин-минлек, тәкәбберлек кеүек сифаттар алға сығып, аңдар томаланғандай булды.
Башҡарма комитет рәйесе Румил Аҙнабаев ҙур доклад менән сығыш яһаны. Ул билдәләүенсә, башҡорт ҡоролтайы эшмәкәрлеге планға ярашлы бара, төрлө саралар үткәрелә. Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты үҙенең төп бурысын үтәй кеүек. Тик аҡса етмәү сәбәпле, күп башланғыс тормошҡа ашырылмай ҡала килә. Мәѕәлән, Торатау янындағы “Ырыуҙар ташы” мемориаль комплексы һаман эшләнмәгән (махсус иѕәп асылып, халыҡтан ярҙам йыйыу башланһа ла, аҡса әлегә етерлек түгел). Күрше төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнеште нығытыу, уларға йышыраҡ барыу, хәстәрлек күреүөсөн дә мөмкинлек сикләнгән.
Өлгәшелгән ҡаҙаныштарға ла күҙ йомоп булмай. Шуларҙың иңҙуры һәм мөһиме тип Рәсәйҙең мәғариф тураһындағы яңы ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәрҙе әйтергә була. Закон проектына Ҡоролтай бер нисә пункт, хатта статья индереүгәөлгәшкән. Билдәле булыуынса, документтың тәүге вариантында дәүләт телдәрен мотлаҡ уҡытыу хаҡында һүҙҙә юҡ ине. Хәҙер инде республикала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы уҡыта алабыҙ. Икенсенән, һәр бала үҙ телендә белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Ул хаҡта ла тәүге проектта айырым пункт юҡ ине. Ғөмүмән, Ҡоролтай тарафынан телгә, уны уҡытыуға арналған мәсьәләләр байтаҡ күтәрелде. Проблемаларҙы хәл итеүөсөн район-ҡалаларға ла сыҡҡандар, урындарҙа эш ойошторола.
Каруан бер нәмәгә ҡарамай алға барырға тейешҒәмәлдәге рәйестең эшмәкәрлеге менән риза булмаған кешеләр Румил Аҙнабаевтың докладын дөйөм характерҙа тип баһаларға тырышты. Шулай ҙа артабан сығыш яһаған Башҡарма комитет советы ағзалары, комиссия рәйестәре үҙ йүнәлештәре буйынса анығыраҡ мәғлүмәт бирҙе.
Ултырыш дүрт сәғәттән ашыу барҙы, бик күп кеше телмәр тотто. ҺүҙҠоролтай эшмәкәрлеге тирәһендә уралһа ла, күптәрҙең тел төбөнән аңлашылыуынса, рәйес алмаштырыу мәсьәләһе көн ҡаҙағына һуға. Проблемаларҙы уртаға һалып тикшерергә, бергәләп хәл итергә саҡырған төплө сығыштар ҙа байтаҡ булды. Мәѕәлән, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Әлфис Фәйзуллиндың телмәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Эшебеҙ бихисап, ә вәкәләттәребеҙ аҙ, тине ул. Күптәр ултырышта ер пайҙары, урман, халҡыбыҙҙың матди хәле мәсьәләләрен күтәрҙе, был проблемаларҙы яйға һалыу буйынса тейешле сара күрергә, аныҡ эштәр башҡарырға саҡырҙы.
Етәкселектә башҡорт кадрҙарының кәмеүе хаҡында ла фекерҙәр булды. Академик Фәнил Фәйзуллин техник фәндәр өлкәһендә башҡорт зыялыларының аҙ булыуын һыҙыҡөѕтөнә алды. Ысынлап та, юғары белемле башҡорттарҙыңҙур өлөшө – гуманитар өлкәләһәм ауыл хужалығында. Ә бына инженерҙар, башҡа тармаҡ белгестәре бик аҙ. Ғалим был етешһеҙлекте бөтөрөүҙе мәктәптәрҙән, гимназияларҙан башларға кәңәш итте.
Артабан Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты советы ағзаһы Марат Ҡолшәрипов йәмәғәт берекмәһе союзы эшендәге етешһеҙлектәрҙе һанап сыҡҡас, рәйестең эшенәҡарата ризаһыҙлығын белдерҙе. Профессор, яҙыусы, Ҡоролтай комиссияһы рәйесе Рәшит Шәкүр ҙә Румил Аҙнабаевҡа мөрәжәғәт итеп: “Ни өсөн ике вазифаны биләп ултыраһың?” – тигәнерәк һорау ҡуйҙы. Әйткәндәй, рәйес яуапһыҙҡалманы. “Минең көсөм бар, тамамланмаған эшем байтаҡәле”, – тине ул. Хаҡлыҡ ике яҡта ла барҙыр. Башҡарма комитет ағзаһы, журналист Рәмил Рәхмәтов, профессиональ нигеҙҙә депутат булып эшләгән кешенең башҡа ерҙә вазифа үтәргә хаҡы юҡ, тип дәлилләргә тырышты. Әйткәндәй, был ҡануниәткәҡаршы килмәй, сөнки Румил Тәлғәт улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе булараҡ хеҙмәт хаҡынан баш тартҡан.
Дөйөм алғанда артабанғы сығыштар шәхси мөнәсәбәт асыҡлауға ҡоролдо. Залда мөхит ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, һүҙ алырға, фекерен еткерергә теләүселәр күбәйгәндән-күбәйҙе. Ярһыған ир-атҡа сәсәниә Розалия Солтангәрәеваныңһүҙҙәре генә тәьѕир итте кеүек. Ул бер кемде лә яҡламаны ла, яманламаны ла, фекерен тыныс ҡына еткерҙе: – Түҙҙем-түҙҙем дә сыҡтым. Ни эшләп беҙ тарҡау, бер-беребеҙгә уѕалбыҙ, тибеҙҙәһорайбыҙ, ә яуап юҡ. Башҡорт иленә суверенитет алыу өсөн бер нисә тарихи стадия үттек, халыҡҙур күтәрелеш кисерҙе, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, психологияһы ярым-йорто үѕеште, үҙебеҙҙе дәүләтле итеп тойманыҡ. Маҡтандыҡ, күкрәк һуҡтыҡ, байрамдар үткәрҙек, әлбиттә, иҡтисадты ла нығыттыҡ, әммә бер кем дәүҙенән “Нимә ул ил? Уны нисек һаҡларға? Мин уныңөсөн нимә эшләнем? Башҡорт иленә лайыҡмынмы?” тип һорамай. Тыуған ил, ата-әсәң, туған телеңһауын һыйыры түгел. Ул миңә нимә бирә тип көтөп ятырға тейеш түгел ине башҡорт. “Мин уныңөсөн ниндәй файҙа бирергә тейешмен?” тип уйлайыҡ. Бөгөн йәштәребеҙ беҙгә ышанмай, һатлыҡйән тип әйтә икән, бында үҙебеҙҙең дәғәйеп бар. Улар йырҙарыбыҙҙан, бейеүҙәребеҙҙән, йолаларыбыҙҙан биҙә. Тимәк, беҙ тәрбиә бирә белмәгәнбеҙ. Көнсөллөк ҙур, эйе, был хис бар, буласаҡ та. Берәү тәнҡит әйтә икән, уны ҡабул итә белмәйбеҙ. Йота белеү, сабырлыҡ юҡ. Фекерҙәр төрлө булһа ла, ысын шәхес барыһын да аҡыл менән һеңдерә алырға тейеш...
Ҡоролтайға яңы рәйес һайлау әлегә принципиаль мәсьәлә түгел ине, шулай ҙа ҡайһы бер әүҙемселәр уны ҡабаландырҙы, тауыш биреүүткәреүҙе талап итте. Ултырыштың был өлөшө лә көсөргәнешле барҙы: тәүҙә оҙаҡ итеп иѕәпләү комиссияһы ағзаларын һайланылар, тәҡдим ителгәндәргә ризаһыҙлыҡ белдерелде, уның составына яңы кешеләр өѕтәлде. Аҙаҡ тауыш биреүҙе асыҡ йәки йәшерен үткәреүгә бәйле тағы ғауға ҡупты. Был ҡарарҙы ҡабул итер алдынан йәнә тауыш бирҙеләр. Ҡул күтәреүселәр һанын, ышанаһығыҙмы-юҡмы, өс-дүрт ҡабат һананылар. Ә инде тауыш биреүҙең асыҡүтәсәге мәғлүм булғас, Башҡарма комитеттың бәғзе ағзалары залды ташлап сығып китте. Шулай итеп, Румил Аҙнабаев ултырышта ҡалған күпселек тарафынан рәйес вазифаһына яңынан һайланды.
Мәҡәләне Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Заҡуан Әхмәтовтың фекере менән тамамлағы килә. Ул, ултырыш оҙаҡҡа һуҙылып, мөнәсәбәт асыҡлауҙар артып киткәнгә түҙмәйенсә, трибунаға сығып: “Беҙ райондан талаш ҡарарға түгел, ә артабан эшләүөсөн йүнәлеш алырға, рухи яҡтан тағы ла байығырға тип киләбеҙ”, – тине. Ошо һүҙҙәргәҡолаҡһалырға һәм артабан хис-тойғоға бирелмәйенсә, аҡылға таянып ҡына эш итергә кәрәктер, моғайын, донъя кимәлендәге ҙур йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына.
Иҙел УРАЛОВ.


Һүҙ – Башҡарма комитет ағзаларына:


Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА,
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфөғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры:

– Бөтә донъя башҡорттарының дүртенсе ҡоролтайын үткәреүгә күп ваҡыт ҡалманы. Бындай ҙур ваҡиға алдынан рәйес алмаштырыу бөтөнләй уйлап етелмәгән аҙым булыр ине. Румил Тәлғәт улын өсөнсөҡоролтайҙа һайлап ҡуйғанбыҙ икән, уны дүртенсеһенә тиклем эшләтергә тейешбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр йомортҡанан да йөй табырға тырыша, ә кемдең етешһеҙлеге юҡһуң? Эште күрә белергә кәрәк. Икенсе яҡтан, Аҙнабаев – депутат, парламент комитеты рәйесе. Быны мөмкин тиклем күберәк файҙаланып ҡалырға кәрәк. Аҙнабаевтан тыш, Ҡоролтай рәйесенең урынбаѕарҙары, комиссиялар бар, әйҙә, улар ҙа эшләһен.
Эйе, дүртенсе ҡоролтайҙы үткәргәс, шунда яңы, йәшерәк рәйес һайлау мөһим. Әлбиттә, 30-40 йәшлектәрҙе түгел, ә ил ағаһы дәрәжәһенә еткән, абруйлы 50-60 йәшлек кешене күҙаллайым. Уны етәкселек тә, халыҡ та белергә, ихтирам итергә, артынан эйәрергә тейеш.
Берҙәмлек, татыулыҡ мәсьәләһенәҡайтып, шуны әйтке килә: ағай-эне, беҙгә тойғоларҙы ситкәрәк ҡуйырға, аҡыл менән эшләргә кәрәк. Ағайҙарҙың, ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе күреп, нервылары ҡыҙа, быны аңларға ла мөмкин. Тик баррикадалар ҡороп, ҡысҡырышып, бөгөн бер нәмә лә яулап булмай. Йәштәрҙе ләҠоролтай эшенә яҡынайтырға, уларҙы тыңларға, ҡаҡмаѕҡа-һуҡмаѕҡа кәрәк. Улар бит – беҙҙең балалар, беҙҙең киләсәк.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
баш ғилми хеҙмәткәре:

– Бөгөн беҙгәҡылыс, ут кәрәкмәй. Ҡылыстай үткер фекер, ғәҙеллекте күкрәк ҡуйып яҡлай белеү кәрәк. Халыҡ оло шәхесе булғанда ғына ойоша. Эшләй белгән, дәүләтсел фекерле, цивилизациялы, үѕешкән ҡәүемгә иһә юл башында торған кеше бер формаль билдә генә, ҡалғанын халыҡ, урындағы актив үҙе эшләргә тейеш. Райондарҙа, урындарҙа лидерҙар бар, кешеләр уларҙы белә, күҙҙәренә генәҡарап тора. Улар ҙа үҙ еренә нимә кәрәклеген белә, шуға өлгәшә, үҙенең кешеләрен нисек ҡуҙғытырға, терелтергә икәнлеген аңлай.
Бөгөн беҙ нимәҡылабыҙ? Ул шулайтты, былайтты, тибеҙҙә, сәбәп эҙләйбеҙ. Тырышырға теләмәгән кеше аҡлана, бәхәсләшә, ә теләгәне бер нәмәгә ләҡарамай эшләй. Лидер насар, шуға Ҡоролтай эше бармай, тип әйтеү – төптө аҡылһыҙлыҡ, ойошмағанлыҡ билдәһе. Ана, йәһүдтәрҙең “Норман” ойошмаһында башлыҡтарының кем икәнлеген дә белмәйҙәр, әҡайһылай эшләйҙәр! Бер умарталағы бал ҡорттарымы ни! Йолаһы ла, байрамы ла үтә, ойошторола, эш бара – шулай булырға тейеш. Ә беҙ – хисле халыҡ, кем нимәәйтте, нисек ҡараны, тибеҙ, йыш ҡына шуны сәйнәп, үпкәләшеп ултырабыҙ. Каруан бер нәмәгәҡарамай алға барырға тейеш. Зарланырға ярамай, юғиһә насар мәғлүмәт үҙебеҙгә тағы күберәк булып кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Оло маҡсат булғанда иһә милләт көсәйә. Беҙгә, әйткәндәй, Башҡорт халҡы үѕеше стратегияһын эшләргә кәрәк.
Бөгөндән рәйес алмаштырыу мәсьәләһе көнүҙәк түгел. Ҡоролтай бер маҡсатҡа тупланырға бурыслы. Беҙәле Румил Тәлғәт улын эшләтергә, уның депутатлығын, тәжрибәһен файҙаланырға тейешбеҙ. Ил ағаларының йөрәге барыбер халыҡ тип яна, уға таш бәрергә түгел, ә ошо йөрәккәҡушылып тибергә кәрәк. Халыҡөсөн эшләгән кешенең хаҡы юғары, битәрләмәйек. Башҡарма комитет иһәүҙ-ара татыулыҡты үҙе нығытһын. Румил Аҙнабаевтың: “Минеңәле бурыстарым ҡалған”, – тигән һүҙҙәре оҡшаны. Бар икән, әйҙә, эшләһен.

Рим ВӘЛИӘХМӘТОВ,
Башҡортостан Фәндәр академияһының
Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр
институты директоры:

– Башҡорт халҡын берләштереү – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ултырыш ваҡытында сығыш яһап, мин милләтебеҙҙе туплауға арналған ҙур конференция үткәрергә лә тәҡдим иттем. Көслө эшләгән орган булмағанға беҙҙең берҙәмлек юҡ.
Рәйесте алмаштырыуға килгәндә, бында бер ниндәй ҙә сәйәси аҙым күрмәйем, ул – әхлаҡи мәсьәлә. Румил Аҙнабаевты рәйес итеп һайлап ҡуйған саҡта ул: “Бер йыл, йыл ярым эшләйем дә китәм”, – тигәйне. Тик ни эшләптер әйткәнен үтәргә теләмәне. Әлеге мәлдә ул үтә яуаплы ике вазифаны биләй. Был эштәрҙе бергә алып барыу ауыр, хатта мөмкин түгел, тип иѕәпләйем. Минеңсә, ул Ҡоролтай эшмәкәрлегенә тәғәйен ваҡытын тулыһынса ошо йәмәғәт ойошмаһына бүлергә тейеш.


Шәхси фекер


Ф. ЙӘНБИРҘИН, Башҡорт йәштәре хәрәкәте ағзаһы:
– Румил Аҙнабаевтың шәхесенәһәм эшенә бер дәғүәм дә юҡ, әммә мин уныңҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөүенә риза түгелмен. Бындай әүҙемлек һаулыҡҡа ифрат зыянлы бит ул, оло йәштәге ағайҙар өсөн айырыуса. Әгәр Румил Тәлғәт улы депутат, парламенттағы комитет рәйесе генә булып ҡалһа, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә емешлерәк эшләр ине тигән фекерҙәмен. Милләтте хәстәрләүөсөн Ҡоролтай ағзаһы булыу мотлаҡ түгел, уға һәр ҡайһыбыҙүҙөлөшөн индерә ала бит.


Вернуться назад