Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙе урындарҙа ойоштороусылар өсөн көҙгө кампания йомғаҡтарына һәм яҙғы һынауға әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиевтең әйтеүенсә, уҙған һайлау ҡатмарлы ғына булды, шулай ҙа республикалағы һөҙөмтәләр, дөйөм илдәге менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ. Бының сәбәбе: беренсенән, халыҡтың төбәк етәкселегенә ышанысы ҙур, икенсенән, тауыш биреүҙе ойоштороусылар үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Хәйҙәр Вәлиев һайлаусыларға мәғлүмәт биреү эшенең һәйбәт барыуын да билдәләне.
Үҙәк һайлау комиссияһына килгән ялыуҙарҙың күпселеге нигеҙһеҙ тип табылған. Ғәмәлдә булмаған участкаларға, бөтөнләй билдәһеҙ кешеләргә ҡарата дәғүәләр килә икән. Ҡайһы бер партияларҙың күҙәтеүселәре, ҡағиҙәләрҙе күрәләтә боҙһа ла, үҙҙәрен һайлау барышын ҡарауҙан ситләтеүҙе законға ярашлы түгел тип баһаларға тырыша.
Дәүләт Думаһына һайлау алдынан йәштәрҙең сәйәси әүҙемлеген арттырыуға ҙур иғтибар бирелгән, һайлау комиссияларының китапханалар, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлеге нығынған. “Алдағы кампаниялар барышында инвалидтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим талаптарҙың береһе буласаҡ”, — тине Хәйҙәр Арслан улы.
Комиссия рәйесе урындағы һайлау комиссияларының ҡайһы берҙәрен тәнҡитләп тә алды. “Эшкә ваҡытында йөрөмәүселәр, бурыстарын һәм хоҡуҡтарын белмәүселәр бар. Киләһе һайлауға әҙерлек мәлендә бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуйырға ярамай”, — тине ул. Рәйес урынбаҫары Наилә Алтынова участкаларға бүленгән аҡсаны тотоноу буйынса отчетты ваҡытында тапшырмаусыларҙы, сығымдарҙы дөрөҫ файҙаланмаусыларҙы шелтәләне.
4 мартта, белеүебеҙсә, Башҡортостан халҡы Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттарға ғына түгел, муниципаль берәмек советы депутаты булырға теләүселәр өсөн дә тауыш бирәсәк. Урындағы кимәлдә 721 мандатҡа 2061 кеше дәғүә итә, шуларҙың 1295-е теркәлгән дә инде.
Д. МӘЖИТОВ.