Константин Толкачев: “Парламент алдында яуаплы бурыстар тора”13.01.2012
12 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда даими профессиональ нигеҙҙә эшләүсе депутаттарҙың эш кәңәшмәһе булды. Кәңәшмәне асып, республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев республика ҡануниәтен үҫтереү перспективаларына һәм яҙғы сессияға ҡуйылған бурыстарға туҡталды.
— Алдыбыҙҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса етди бурыстар тора, — тине ул. — Республика закондарын йәмәғәтселек тарафынан тикшереү, түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү, һәләтле балаларға булышлыҡ итеү тураһындағы закон проекттары буйынса эште тиҙләтергә, коррупцияға ҡаршы эш итеү өлкәһендәге ҡайһы бер закон акттарына, муниципаль хеҙмәткә һәм урындағы үҙидараға ҡағылған закондарға үҙгәрештәр индерергә кәрәк.
Закон проекттары буйынса эш программаһы йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләрендәге ҡануниәтте камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота. Власть мөнәсәбәттәрен, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, урындағы үҙидараны көйләгән закон акттарына үҙгәрештәр индереләсәк. Экология ҡануниәтенә айырым иғтибар биреләсәк.
Бынан тыш, депутаттарға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ инфраструктураһын, республиканың инновация эшмәкәрлеген артабан үҫтереү һәм Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу буйынса эште әүҙем дауам итеү бурысы ҡуйыла. Социаль өлкәләге ҡануниәт айырым әһәмиәткә эйә. Парламент Рәйесе кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу маҡсатында йәмәғәтселектең мәнфәғәтен һәм ихтыяжын өйрәнеү зарурлығын билдәләне.
Ошо маҡсаттарға өлгәшеү өсөн Константин Толкачев депутаттар корпусынан Йәмәғәт һәм Йәштәр палаталарының ҡеүәтен тулыраҡ файҙаланыуҙы, шулай уҡ һайлаусылар менән даими осрашыуҙарҙы дауам итеүҙе һораны.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың
матбуғат үҙәге.


Вернуться назад