Кәртәләр бөтөрөләсәк22.11.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү буйынса саралар тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ республикала эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота, Башҡортостандың дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырғанда бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренең мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала.
Указға ярашлы эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошмалары менән киң коммуникация сараларының ҡеүәтен файҙаланыу, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙә административ регламенттарҙы камиллаштырыу күҙ уңында тотола.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад