Украина өсөн борсолоп...04.03.2014
Кисә Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының сираттағы ултырышы үтте. Был етди сарала республикабыҙҙың милли-мәҙәни ойошмалары етәкселәре Украина ерендә барған ығы-зығыға ҡарата борсолоуын белдерҙе. Һөҙөмтәлә элекке союздаш республика халҡына мөрәжәғәт ҡабул ителде.

“Рәсәй һәм Украина халыҡтарын күп быуатлыҡ дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәре бәйләп тора. Һеҙҙең илгә етәкселекте законһыҙ рәүештә яулап алыуҙары беҙҙе һис тә ҡәнәғәтләндермәй. Киев ҡалаһындағы тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙың юҡҡа сығыуын, урамдарҙың емерелеүен, милләтселәр тарафынан бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең намыҫы тапалыуын тыныс ҡына күҙәтеү мөмкин түгел. Үҙен ватансы тип һанаған Украина граждандары баш бутаусыларға бирешмәһен, милләтселәргә ҡаршы ныҡ торһон ине”, — тиелә мөрәжәғәттә.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, шулай уҡ, республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡырымға хәйриә ярҙамы күрһәтеү теләген хуплап сыҡты.


Вернуться назад