Ҡырым халҡына ярҙамға әҙербеҙ04.03.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың хәбәр итеүенсә, республика Ҡырым халҡына гуманитар ярҙам күрһәтәсәк.

— Башҡортостан, республика предприятиелары Киевта власты яулап алған радикалдарҙың һәм милләтселәрҙең ғәйебе менән ауыр хәлдә ҡалған Ҡырым халҡына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ, яғыулыҡ һәм йәшәйеште тәьмин итерлек башҡа әйберҙәр ташыуҙы ойошторасаҡбыҙ. Бынан тыш, республика Ҡырым предприятиеларының тотороҡло эше өсөн матди ресурстар оҙата ала. Бындай эшмәкәрлекте беҙ Федераль үҙәк менән тығыҙ бәйләнештә башҡарырға ниәтләйбеҙ.



Вернуться назад