Һуғыш түгел, тыныслыҡ хаҡына04.03.2014
Шәмбе ил Президенты Владимир Путин Федерация Советы ағзаларына Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрен Украина биләмәһенә индереүгә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итте. Рәсми документта яҙылыуынса, был аҙым Украинала барлыҡҡа килгән ғәҙәттән тыш хәлгә, Рәсәй граждандарына һәм Ҡырымда халыҡ-ара килешеүгә ярашлы урынлашҡан беҙҙең ғәскәрҙәргә хәүеф янау менән бәйле.

Юғары баш командующий ғәскәрҙе сәйәси хәл-торош яйға килгәнсе Украинала ҡалдырыуҙы һораны. Әйткәндәй, был мөрәжәғәткә тиклем Рәсәй парламентының ике Палатаһы ағзалары ил Президентынан Ҡырымдағы хәлдәрҙе тотороҡландырыу өсөн сара күреүҙе талап иткәйне. Илебеҙ ҡануниәтенә ярашлы, сит ил дәүләтенә хәрбиҙәрҙе индереү йәһәтенән рөхсәт һорап ил башлығы Юғары палатаға мөрәжәғәт ебәрергә тейеш, ә улар үҙ сиратында махсус ҡарар ҡабул итергә бурыслы. Шул уҡ шәмбе көндө иртән Ҡырымдың премьер-министры Сергей Аксенов үҙе Владимир Путиндан автономиялы республикаларында тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны.
Аңлашылыуынса, илебеҙҙең был аҙымы Украинаның яңы етәкселегенә оҡшаманы. Улар тиҙ арала хәрбиҙәрҙе ҡайтарыуҙы талап итте. Тағы шуныһы ғәжәп: был мәсьәләгә шунда уҡ Америка килеп ҡыѕылды. Барак Обама Аҡ йорттағы брифинг барышында Рәсәй хәрбиҙәренең ярымутрауҙа йөрөүенә бәйле хафаланыуын белдерҙе һәм, хәрби бәрелеш булмағайы, тип киѕәтеп тә ҡуйҙы. Рәсәй Ҡырымға баѕып инә ҡалһа, АҠШ Сочиҙағы “Ҙур һигеҙ” саммитында ҡатнашмаясаҡ, ҡайһы бер мөһим сауҙа бәйләнештәре өҙөләсәк, тип тә шарт ҡуйҙы. Франция, Канада, Бөйөк Британия ла Сочиға килеүҙән баш тартмаҡсы. Ҡайһы бер илдәр Рәсәйҙән үҙ илселәрен ҡайтарып алған хатта. Шул уҡ ваҡытта Америка сәйәсмәндәре Украиналағы ваҡиғалар ағышы тураһында аныҡ мәғлүмәтте белмәүҙәрен, бар яңылыҡты тышҡы сығанаҡтарҙан ғына алыуҙарын билдәләй.
Бөгөн Украина пыр туҙып һуғышҡа әҙерләнә башлаған. Хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-атҡа мобилизация иғлан ителгән. Юғары Рада, Владимир Путинға мөрәжәғәт итеп, Рәсәй хәрбиҙәрен индермәүҙе талап итә. Йәкшәмбе Украина күге хәрби самолеттар өсөн ябыҡ булды.
Шул уҡ ваҡытта “Рәсәй хәрбиҙәре Ҡырымға ингән” тигән аныҡ мәғлүмәт юҡ. Был аңлашылмаусанлыҡтың күпме дауам итере билдәһеҙ. Әммә халыҡ араһында “һуғыш башланып китмәгәйе” тигән хәүеф тыуа ла башланы. Сәйәсәт сәйәсәт менән, ә ябай кешегә тыныс иртәләргә ышаныс мөһимерәк.


Вернуться назад