Халыҡ мәнфәғәтендә25.02.2014
* “Башҡортостан Республикаһының муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарын көсөнән сыҡҡан тип таныу тураһында”ғы республика Законы ҡабул ителде.
2013 йылдың 1 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 11-се статьяһына ярашлы, белем биреүҙе финанслау нормативтары Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан билдәләнә. Элегерәк был норма федераль ҡануниәт буйынса Рәсәй төбәктәре закондары менән көйләнә ине. Республика ҡануниәтен ошо Законға ярашлы хәлгә килтереү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте педагогия хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына ҡағылышлы сығым нормативтарын билдәләү тәртибе тураһында ҡарар сығарҙы. Ошоға бәйле “Төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль мәғариф учреждениеларын финанслау нормативтары тураһында”ғы республика Законы көсөнән сыҡҡан тип танылды.
* “Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Башҡортостан Законының 3-сө статьяһына үҙгәреш индерелде. Уға ярашлы, дәүләт власы органдарына ярҙам күрһәтеү хоҡуғы бирелгән эшмәкәрлек төрҙәре тулыландырыла. Бындай эшмәкәрлеккә наркотиктарҙы, психотроп матдәләрҙе законһыҙ файҙаланыуҙы һәм наркоманияны иҫкәртеү, ошондай матдәләрҙе ҡулланған кешеләрҙе реабилитациялау, социаль яраҡлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу, уларҙы финанслау инә.
* “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон уны 2013 йылдың 7 майындағы “Бюджет процесын камиллаштырыуға бәйле Рәсәй Федерацияһының Бюджет кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 104-се Федераль закон менән яраштырыу маҡсатында ҡабул ителде.
Был документ менән “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы Закондан Социаль сығымдарҙы берлектә финанслауҙың республика фонды, Республика компенсациялар фонды кеүек төшөнсәләр алына, ә финанслау Башҡортостан ҡаҙнаһынан туранан-тура тормошҡа ашырыла. Яңылыҡтар ҡаҙна сығымдарын өлөшләтә финанслау өсөн урындағы бюджеттарға субсидия биреүҙе лә күҙаллай. Закон буйынса Башҡортостан ҡаҙнаһынан бирелгән субвенцияларҙы бүлеү, күсереү һәм иҫәпләү Рәсәйҙең Бюджет кодексына ярашлы тормошҡа ашырыла.
* “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһына индерелгән үҙгәреш ошо Закон положениеларын федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтереүгә йүнәлтелә.
2013 йылдың 23 июлендәге 226-сы Федераль закон менән “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында”ғы 89-сы Федераль законға үҙгәреш индерелә. Уға ярашлы, озон ҡатламына зыян килтергән матдәләр менән эш итеү өлкәһендәге мөнәсәбәттәр Рәсәй ҡануниәтендә көйләнә. Үрҙә әйтелгән республика Законындағы үҙгәреш тә ошо яңылыҡҡа бәйле.
* “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерелде. Был яңылыҡтар федераль закондарҙағы өҫтәмәләргә бәйле.
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә айырым закон акттары көсөнән сыҡты, ҡайһы берҙәренә үҙгәреш индерелде. “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы 69-сы Федераль законда, шул иҫәптән 33-сө республика Законында ла, терминдар һәм төшөнсәләр яңыртылды.
* “Башҡортостан Республикаһында һөнәри авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм һөнәри авария-ҡотҡарыу формированиелары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәр федераль ҡануниәт менән яраштырыуға ҡорола.
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль законды ҡабул итеү һөҙөмтәһендә байтаҡ закон акттарында терминдар һәм төшөнсәләр яңыртылды. Ошоға бәйле республика Законында ла ҡайһы бер яңылыҡтар күҙәтелә.
Закондар рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде.


Вернуться назад