Власты көсәйтергә кәрәк25.02.2014
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә урындағы үҙидараны ойоштороуҙың, финанс йәһәттән үҙ-үҙен тәьмин итерлек көслө власты үҫтереүҙең дөйөм принциптарын аныҡлау зарурлығы хаҡында белдергәйне. Президент ошо эште быйыл уҡ башларға, уны закондар менән тәьмин итергә ҡушты.

Ошо көндәрҙә урындағы үҙидара реформаһына әҙерлек буйынса эш төркөмө район бүленешенә эйә булған ҡалаларҙа тағы ла бер власть кимәлен — ҡала муниципаль округын — ойоштороу тәҡдимен индерҙе.
— Рәсәй Федерацияһы Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә был темаға ярайһы уҡ ҙур иғтибар бирелде. Кешеләр менән туранан-тура эшләгән власты көсәйтергә кәрәк. Был дөрөҫ аҙым, әлбиттә, — тине Рөстәм Хәмитов “Яңылыҡтар” агентлығына.


Вернуться назад