Румил Аҙнабаевҡа ышаныс күрһәтелде22.02.2014
Румил Аҙнабаевҡа ышаныс күрһәтелде
Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары сираттағы ултырышҡа йыйылды. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Лилиә Ғүмәрова, республика ҡалалары һәм райондары ҡоролтайҙары етәкселәре лә ҡатнашты.

Көн тәртибенә ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев уҙған йылға йомғаҡ яһап, быйылға бурыстар билдәләне. Саралар планы раҫланды. Йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашҡан ағзалар “Ал да нур сәс халҡыңа” тигән миҙал менән бүләкләнде.
Ултырыш һуңында башҡарма комитет рәйесен һайлау булды. Күпселек тауыш менән был вазифа йәнә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевҡа йөкмәтелде.
(Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ултырышынан яҙма менән йома һанында танышырһығыҙ).


Вернуться назад