Украина: Майҙан маҙаһы21.02.2014
Украина: Майҙан маҙаһы
Телевизор аша Украиналағы яңылыҡтарҙы күҙәтеүе ҡурҡыныс хатта. Майҙан, әйтерһең дә, һуғыш яланы. Күптәрҙе бер һорау борсой: был афәт күршеләргә лә янамаймы? Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бәрелештәр ваҡытында 28 кешенең ғүмере өҙөлгән, ҡорбандар, яраланғандарҙың һаны артҡандан-арта. Юғалтыу халыҡ араһында ла, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре яғынан да бар. Ә ҡалалар нисек емерелә! Уларҙағы күп кенә биналарҙы ут ялмаған, машиналар яна, ватыла... Мәхшәр!

Шишәмбе-шаршамбы хәл тағы ҡатмарлашты. Юғары Радала президенттың вәкәләттәрен сикләүсе 2004 йылғы Конституцияға ҡайтыу мәсьәләһе ҡаралырға тейеш ине. Тик тыныс ҡына килгән колоннаның юлын хөкүмәт биналары янына етеү менән, милиция хеҙмәткәрҙәре бүлә һәм тағы бәрелеш башлана. Унда эшләгән журналистарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, атыш тауышы тынмай, урамда тәгәрмәс резинаһы ғына түгел, биналар ҙа яна. Украинаның Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, милиция ҡорал ҡулланмай, улар бары тик резина пулялар менән ата, дубинка һәм күҙ йәше килтерә торған газ ҡуллана. Шулай уҡ Львов, Житомир һәм башҡа ҡалаларҙа ла халыҡ урамға сыға. Львовта оппозиционерҙар төндә хәрби часть, өлкә прокуратураһы биналарын ҡулға алған.
Иң тәүҙә Украинала ҡораллы бәрелештәрҙе туҡтатыу зарур. Күреүебеҙсә, урындағы властар бына эшләй алмай, әллә теләмәй. Властарға һәм оппозицияға Рәсәй менән Евросоюз тарафынан ҡәтғиерәк баѕым яһау кәрәк, тигән фекерҙә аналитиктар. Аңлашылмаусанлыҡты нисек кенә хәл иткәндә лә, тыныслыҡ тураһындағы килешеүҙе онотмаѕҡа кәрәк бит.
Әйткәндәй, Сочиҙағы Олимпиадала сығыш яһарға тейеш Украина спортсыһы Богдана Мацьоцька ил президенты Виктор Януковичтың эшмәкәрлегенә протест йөҙөнән ярышта ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Белеүебеҙсә, Олимпия уйындары ваҡытында бөтә донъяла һуғыштар тынып торған, ә Украина бәләкәй проблеманан ҙур бәлә яһамаҡсы...


Вернуться назад