Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “РБК” телеканалында тура эфирҙа барған “Давыдов. Индекс” тапшырыуының алып барыусыһы Леонид Давыдовтың һорауҙарына яуап бирҙе.
Республика башлығы Рәсәй Дәүләт Советы Президиумының ошо көндәрҙә Череповец ҡалаһында үткән ултырышы, унда әсәлек, балалыҡ менән бәйле мәсьәләләрҙең ҡаралыуы хаҡында һөйләне.
“РБК” студияһындағы әңгәмә барышында Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бәйле һорауҙар буйынса йәнле фекер алышыу булды. Рөстәм Хәмитов башҡорт балы кеүек брендтың республикабыҙ өсөн мөһимлеген билдәләне, кәсеп булараҡ ҡына түгел, туристарҙы ылыҡтырыу йәһәтенән дә әһәмиәтле солоҡсолоҡ буйынса тотош программа төҙөлөүе тураһында ла һүҙ алып барҙы.
— Ситтән килеүселәргә күрһәтерлек ҡыҙыҡлы ҡаҙаныштарыбыҙ байтаҡ. Туризмдың ярайһы уҡ ҡатмарлы тармаҡ икәнлеген, уны тиҙ арала ғына йәнләндереүҙең мөмкин түгеллеген, йылдар буйы тырышлыҡ һалыу кәрәклеген дә яҡшы аңлайбыҙ, – тине Башҡортостан Президенты. – Беҙ туҡтап ҡалмайбыҙ, алға барабыҙ. Халыҡ-ара саммиттар ҙа быға булышлыҡ итәсәк, сөнки уға ҙур делегациялар, билдәле кешеләр киләсәк. Улар Башҡортостандың, Өфөнөң бында килергә һәм эшләргә мөмкин булған матур төбәк икәнлеген күрер һәм аңлар.
Әңгәмәлә шулай уҡ республикабыҙ сағылыш тапҡан рейтингтар хаҡында ла һүҙ барҙы. Атап әйткәндә, “Петербург сәйәсәте” фонды башлығы Михаил Виноградов төрлө рейтингтарҙа Башҡортостан Республикаһы биләгән урындар тураһында мәғлүмәт килтерҙе.
Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәнең тулы тексы республика Президентының рәсми сайтында бирелгән.